Спорт һәм туризм
4 Июня 2023, 15:00

Иң йүгерек табип - Стәрлетамаҡта!

70 йәштән өлкәнерәктәр категорияһында, 42,2 километр араны 5 сәғәт 3 минут 56 секундта үтеп, еңеү яулаған...

Иң йүгерек табип - Стәрлетамаҡта!Иң йүгерек табип - Стәрлетамаҡта!
Иң йүгерек табип - Стәрлетамаҡта!

Ҡазан ҡалаһында үткән халыҡ-ара “Ҡазан марафоны”нда донъяның 16 иленән спортсылар ҡатнашты.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән табип Рәмилә Рәшит ҡыҙы Шамасова 70 йәштән өлкәнерәктәр категорияһында, 42,2 километр араны 5 сәғәт 3 минут 56 секундта үтеп, еңеү яуланы. Ул 2-се ҡала дауаханаһының поликлиникаһында терапевт булып эшләй, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите.

Рәмилә Рәшит ҡыҙы - дүрт бала әсәһе, ете ейәнгә өләсәй. Ҡышын саңғыла йүгерә, йәйен күнекмәләр үтә. Ә медицинала илле йылдан ашыу! Йәштәргә өлгө алыу өсөн шәп миҫал бар! Яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ҡотлап, уға һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: шәхси архивтан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас