

“Һин уйында” Бөтә Рәсәй спорт проекттары конкурсының өсөнсө миҙгелендә “Масштаб” номинацияһында Башҡортостан Республикаһынан Рәсәйҙең “VeloRussia” велосипед маршруттары селтәре еңеүсе тип танылды. Номинацияла беренселек өсөн илдең төрлө төбәктәренән 693 проект көрәште. Еңеүсе 300 мең һум аласаҡ. Был сумманы проекттың артабанғы үҫеше һәм масштабы өсөн файҙаланырға мөмкин.
“Һин уйында” сараһы “Милли өҫтөнлөктәр” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте тарафынан Рәсәйҙең Спорт министрлығы булышлығында, “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, үткәрелә.
“Һин уйында” конкурсын үткәреп, беҙ Президент Владимир Владимирович Путин күрһәтмәләрен үтәйбеҙ. Ул 2030 йылға граждандарҙың 70 процентының спорт менән әүҙем ҡатнашыуы тураһындағы маҡсатты ҡуйҙы. Һәм “Һин уйында” тигән шәп конкурстар спортты популярлаштырыуға, Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе әүҙем тормошҡа йәлеп итә. Был үҙгәрештәрҙең “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы теркәлеүенә шатмын. Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ проекттар ҙа Президент ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә”, - тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.
Өсөнсө миҙгелдә Башҡортостандан барлығы 74 проект тапшырылған. Уларҙың өсәүһе лонг-листы үткән. Федераль проектҡа тип иҫәпләнгән, ил күләмендә тормошҡа ашырылған йәки 500-ҙән ашыу кешене йәлеп иткән “Масштаб” номинацияһында Башҡортостандан “VeloRussia” велосипед маршруттары селтәре еңеүсе тип танылды.
Европа илдәрендә туристар өсөн милли велосипед турҙары үҫешкән, тик Рәсәйҙә бер ҡайҙа ла осратмаҫһың. Шул уҡ ваҡытта йылдан-йыл велосипедтарҙа сәйәхәт итеүҙәргә иғтибар артҡандан-арта.
Әле Башҡортостан, Һамар өлкәһе, Рәсәйҙең Алтын ҡуласа туристик районы буйынса велосипед маршруттары селтәре барлыҡҡа килгән. Ленинград өлкәһе, Краснодар крайы, Бүрәт, Ҡырым республикалары буйынса маршруттар әҙерләнә. Проект 40 меңдән ашыу кешене йәлеп итәсәк, өс меңдән ашыу велосипедсы был марштур буйынса үткән дә инде. Команданың тырыш һәм яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә “Рәсәҙең волсиедсы-турисы” тигән түшкә тағыла торған билдәһе барлыҡҡа килгән. Тағы веосипед туризмы тураһында лекциялар даими үткәрелә.
“Рәсәйҙең тәбиғәте сикһеҙ матур, хәтерҙә ҡалырлыҡ урындары күп. Велосипед һөҙөмтәһендә әллә күпме урындарҙы күрергә була. Тик ҡайһы ваҡыт маршрутты төҙөүе еңел түгел: велосипедсылар берләшмәләрендә күп уҡырға, иҫкергән мәғлүмәттәрҙе файҙаланырға тура килә. Шуға маҡсатыбыҙ – велосипедтарҙа сәйәхәтте барыһы өсөн дә ябайыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү. Тағы велосипедҡа ултырып бәләкәй булһа ла сәйәхәткә сығып китеүселәрҙең күберәк булыуы өсөн һәр кем файҙалана алырлыҡ һәм хәүефһеҙ маршруттарҙы күрһәтеү”, - тип хәбәр итте проект авторы Антон Сазонов.
Фото: krasivoe-foto.ru