Спорт һәм туризм
13 Июнь 2023, 15:20

Көньяҡ Урал һуҡмағы маркировкаланып бөттө

Рәис Ғәбитов әйтеүенсә, алты йыл эсендә 200 ирекмән, 25 мең ағасҡа һәм ташҡа ҡыҙғылт-һары билдә төшөрөү өсөн, 180 килограмм буяу һәм 120 бумала тотонған.

Көньяҡ Урал һуҡмағы маркировкаланып бөттөКөньяҡ Урал һуҡмағы маркировкаланып бөттө
Көньяҡ Урал һуҡмағы маркировкаланып бөттө

Рәсәй көнө алдынан ирекмәндәр Силәбе өлкәһе буйлап үткән Көньяҡ Урал һуҡмағы киҫелешен маркировкалап бөттө. Маркировка буйынса акция Көньяҡ Урал һуҡмағы проектына нигеҙ һалыусы Рәис Ғәбитов етәкселегендә Төлөк ауылында символик нуль билдәһе янынан башланды. Унда Силәбе өлкәһенән, Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Ярославлдән һәм Туланан 20 ирекмән ҡатнашты, тип хәбәр итә ойоштороусылар.

Өс көн эсендә фекерҙәштәр командаһы “Төлөк – Виноградов Хутор – “Өс түбә” кордоны – Ҙур Калагаза (Москаль) – Йөрәккүл күлен (70 саҡрымға яҡын) үтте. Артабан ирекмәндәр 60 километр оҙонлоҡтағы “Йөрәккүл – Веселовка – Уреньга – Златоуст” участкаһында сағыу ҡыҙғылт һары-аҡ билдәләр менән тамғалар яһаны. 11 июндә, Рәсәй көнө алдынан, “Тағанай – Ицыл – Турғаяҡ күле” трекы ирекмәндәр яһаған һуңғы киҫелеш булды.

Шулай итеп, Көньяҡ Урал һуҡмағы – 500 километр оҙонлоҡтағы йәйәүлеләр маршруты Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе буйлап үтә. Ул Яҡтыкүл курортында башлана һәм Абҙаҡ, Белорет курорттары, Ирәмәл тауы, Йөрәккүл һәм Тағанай милли парктары аша үтә һәм Турғаяҡ күлендә тамамлана.

Рәис Ғәбитов әйтеүенсә, алты йыл эсендә 200 ирекмән, 25 мең ағасҡа һәм ташҡа ҡыҙғылт-һары билдә төшөрөү өсөн, 180 килограмм буяу һәм 120 бумала тотонған. Һөҙөмтәлә Көньяҡ Уралдың төп түбәләрен һәм иҫтәлекле урындарын тоташтырған бик уңайлы маршрут барлыҡҡа килде.

“Проектты ғәмәлгә ашырыу барышында беҙгә республика, һуҡмаҡ үткән район хакимиәттәре ярҙам итте. Уҙған йылда Башҡортостанда үткән 300 километрлыҡҡ участканы маркировкалағайныҡ, хәҙер шул уҡ эште күрше Силәбе өлкәһендә эшләргә ваҡыт етте. Шулай итеп, Уралда иң ҙур туристик объект барлыҡҡа килде, уны Байкал, Алтай йәки Кавказ менән сағыштырып була. Шуныһы мөһим: һуҡмаҡ төбәктәрҙең иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Уны палаткаһыҙ үтергә, отелдәрҙә, туристик приюттарҙа туҡтарға мөмкин. Бынан ары үҙең менән ауыр рюкзак алып барыу кәрәкмәй, маршрутты еңелерәк үтергә мөмкин, ә бөтә кәрәк нәмәне юл буйлап һатып алырға була” –  тине Рәис Ғәбитов.

Көньяҡ Урал һуҡмағын булдырыусыларҙың планында алдағы йылдарҙа Башҡортостандың көньяғында һәм Ырымбур өлкәһендә йәйәүлеләр маршрутын дауам итеү.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас