

Бөтә Рәсәй “Һин уйында” спорт проекттары конкурсының өсөнсө миҙгелендә “Масштаб” номинацияһында Башҡортостандан Рәсәйҙең “VeloRussia” велосипед маршруттары селтәре еңеүсе тип танылды.
Әүҙем тормошҡа йәлеп итәләр
Номинацияла беренселек өсөн илдең төрлө төбәктәренән 693 проект ҡатнашты. Еңеүсе 300 мең һум аласаҡ. Был сумманы проекттың артабанғы үҫеше өсөн файҙаланырға мөмкин. Әйткәндәй, “Һин уйында” сараһы “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте тарафынан Рәсәйҙең Спорт министрлығы булышлығында, “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы үткәрелә.
“Һин уйында” конкурсын ойоштороп, беҙ Президент Владимир Путин күрһәтмәләрен үтәйбеҙ. Ул 2030 йылға граждандарҙың 70 процентының спорт сараларында әүҙем ҡатнашыу маҡсатын ҡуйҙы. “Һин уйында” кеүек шәп конкурстар спортты популярлаштырыуға, Рәсәй халҡын әүҙем тормошҡа йәлеп итеүгә этәрә. Был үҙгәрештәрҙең “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы теркәлеүенә шатмын. Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ проекттар ҙа Президент ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә”, – тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.
Өсөнсө миҙгелдә Башҡортостандан барлығы 74 проект тапшырылған. Уларҙың өсәүһе лонг-лист үткән. Федераль проектҡа тип иҫәпләнгән, ил күләмендә тормошҡа ашырылған йәки 500-ҙән ашыу кешене йәлеп иткән “Масштаб” номинацияһында Башҡортостандан “VeloRussia” велосипед маршруттары селтәре еңеүсе тип танылды.
Европа илдәрендә туристар өсөн милли велосипед турҙары үҫешкән, тик Рәсәйҙә ул яңы тарала башланы. Шул уҡ ваҡытта велосипедта сәйәхәт итеүгә иғтибар йылдан-йыл арта.
Әле Башҡортостан, Һамар өлкәһе, Рәсәйҙең Алтын ҡулса турист районы буйынса велосипед маршруттары селтәре барлыҡҡа килгән. Ленинград өлкәһе, Краснодар крайы, Бүрәт, Ҡырым республикалары буйынса маршруттар әҙерләнә. Проект 40 меңдән ашыу кешене йәлеп итәсәк, өс меңдән ашыу велосипедсы ошо маршрут буйынса үткән дә инде. Команданың тырыш һәм яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә “Рәсәйҙең велосипедсы-турисы” тигән күкрәккә таға торған билдә барлыҡҡа килгән. Велосипед туризмы тураһында лекциялар ҙа даими үткәрелә.
“Рәсәйҙең тәбиғәте сикһеҙ матур, хәтерҙә ҡалырлыҡ урындары күп. Велосипедта әллә күпме урындарға барырға була. Тик ҡайһы ваҡыт маршрутты төҙөү еңел түгел: велосипедсылар берләшмәләрендә күп уҡырға, иҫкергән мәғлүмәттәрҙе файҙаланырға тура килә. Шуға маҡсатыбыҙ – сәйәхәтте барыһы өсөн дә ябайыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү. Велосипедҡа ултырып бәләкәй булһа ла сәйәхәткә сығып китеүселәр күберәк булһын өсөн һәр кем файҙалана алырлыҡ һәм хәүефһеҙ маршруттарҙы арттырыу зарур”, – тип билдәләне проект авторы Антон Сазонов.
Өс саҡрымдан ашыу араны велосипедта уҙҙылар
Рәсәй көнөндә Ҡырмыҫҡалы районынан 100-ҙән ашыу спортсы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексынан Аҡкүл паркына тиклем өс саҡрым араны велосипедта уҙҙы. Төрлө йәштәге спортсылар өсөн иң мөһиме урын яулау түгел, ваҡытты саф һауала үткәреү ине.
Айһылыу НИЗАМОВА
Ҡырмыҫҡалы районы.