Спорт һәм туризм
16 Июнь 2023, 04:00

Ирек Зарипов ҙур спортҡа яңынан ҡайтты

Яҡташыбыҙ Ирек Айрат улы уңышлы сығыш яһаны – ул чемпионаттың ике тапҡыр бронза призеры булды. 

Ирек Зарипов ҙур спортҡа яңынан ҡайттыИрек Зарипов ҙур спортҡа яңынан ҡайтты
Ирек Зарипов ҙур спортҡа яңынан ҡайтты

Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән спортсы, Ванкуверҙағы Ҡышҡы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты  Ирек Зарипов яңынан ҙур спортҡа әйләнеп ҡайтты.

Быйыл данлыҡлы спортсы Рәсәй чемпионатында  шоссела паравелоспорт буйынса  ҙур ярыштарҙа ҡатнашты. Чемпионат паралимпиясыларҙың “Йәйге Уйындар-2023”ярыштарына ярашлы ойошторолдо.

 Яҡташыбыҙ Ирек Айрат улы уңышлы сығыш яһаны – ул чемпионаттың ике тапҡыр бронза призеры  булды.  Спортсы менән күнекмәләрҙе тренер Салауат Рәшит улы Ғүмәров үткәрә.

 Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас