Спорт һәм туризм
19 Июнь 2023, 11:30

“Башҡортостан йөрәге”нә иғтибар артты

Ғафури районының Тауаҫты ауылы янындағы биләмә төҙөкләндерелә. 

“Башҡортостан йөрәге”нә иғтибар артты“Башҡортостан йөрәге”нә иғтибар артты
“Башҡортостан йөрәге”нә иғтибар артты

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Ғафури районының Ташаҫты ауылы янындағы биләмәне үҫтереү тураһында хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ведомство алдына ошондай бурыс ҡуйғайны.

Министр әйтеүенсә, “Торатау” геопаркы сигендә был биләмәлә туристар ағымы миҙгелгә 25-30 мең кеше тәшкил итә. Бында Уҡлыҡая, Киндерле мәмерйәһе, Зәңгәр күл кеүек туристарҙы йәлеп итеү урындары урынлашҡан, Еҙем йылғаһы буйлап һалда ағып төшөүҙәр бара. Әммә тотош үҫеш өсөн инфраструктура кәрәк, ә ул ныҡ етмәй.

Туризм министрлығы иҫәпләүенсә, “Башҡортостан йөрәге” комплексына ярҙам йөҙөнән ер ни тиклем бюджет аҡсаһын (Ҡурай сәскәһе рәүешендә ете тирмә) һалыу, һуңынан уны геопарк хакимиәте идаралығына тапшырыуҙа мәғәнә бар. Этнокомлекстың хужаһы юҡ, уны ҡарау буйынса йөкләмә муниципалитетҡа тура килә.

Шулай уҡ, министр һүҙҙәренсә, дәүләт визит-үҙәк формаһында башланғыс инфраструктура булдырһа, бизнес ошо биләмәгә килергә әҙер. Тулыһынса эшләү өсөн бында өҫтәмә урынлаштырыу урындары (шул иҫәптән палатка лагеры өсөн урын да), автотуҡталҡа, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансығы, санузелдар, һыу үткәргес, электр уты, төҙөкләндереү талап ителәсәк.

Әле “Башҡортостан йөрәге” ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә урынлашҡан, һәм муниципалитет уларҙы рекреацион тәғәйенләнештәге статусҡа күсерә, тип хәбәр итте Рөстәм Афзалов.

Фото: novyefoto.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас