Спорт һәм туризм
26 Июня 2023, 08:00

Әбйәлилдәр "Ауҙарыш"тан еңеү менән ҡайтҡан!

"Ауҙарыш" уйыны – ысын батырҙар алышы. Көслө ҡуллы, оҫта булыу ғына түгел, эйәрҙә үҙеңде ышаныслы тотоу ҙа кәрәк.

Әбйәлилдәр "Ауҙарыш"тан еңеү менән ҡайтҡан!Әбйәлилдәр "Ауҙарыш"тан еңеү менән ҡайтҡан!
Әбйәлилдәр "Ауҙарыш"тан еңеү менән ҡайтҡан!

Халҡыбыҙ элек-электән ат менән дуҫ булған, һыбай йөрөгән, төрлө ярыштар үткәргән. Үткән йылда Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтеүе лә ошо хаҡта һөйләй.

Күптән түгел Татарстанда ат өҫтөндә көрәш - ауҙарыш буйынса донъя чемпионаты үтте. Ҙур бәйгелә Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм Монголия командалары ҡатнашты. Халыҡ-ара ярыштарҙа республика данын Әбйәлил егеттәре Ғәлим Яуынбаев менән Арсен Асҡаров яҡланы. Көсөргәнешле ярышта Ғәлим өсөнсө урын яуланы. 

 Назар Таһиров Татарстан командаһы өсөн уңышлы сығыш яһаған. 

"Ауҙарыш" уйыны – ысын батырҙар алышы. Көслө ҡуллы, оҫта булыу ғына түгел, эйәрҙә үҙеңде ышаныслы тотоу ҙа кәрәк. Башҡортостанда был көрәш төрө Белорет, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил, Балаҡатай һәм башҡа райондарҙа бик популяр.

Фото: "Осҡон" гәзите

Әбйәлилдәр "Ауҙарыш"тан еңеү менән ҡайтҡан!
Әбйәлилдәр "Ауҙарыш"тан еңеү менән ҡайтҡан!
Әбйәлилдәр "Ауҙарыш"тан еңеү менән ҡайтҡан!
Әбйәлилдәр "Ауҙарыш"тан еңеү менән ҡайтҡан!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас