Спорт һәм туризм
26 Июнь 2023, 16:50

Һеҙ беренсе булырға теләйһегеҙ һәм беренсе булырһығыҙ!

Илдең алдынға спортсылары йәштәргә теләктәрен әйтте.

Һеҙ беренсе булырға теләйһегеҙ һәм беренсе булырһығыҙ!Һеҙ беренсе булырға теләйһегеҙ һәм беренсе булырһығыҙ!
Һеҙ беренсе булырға теләйһегеҙ һәм беренсе булырһығыҙ!

Өфөлә унынсы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә “Рәсәй – Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале асылды. “Ватан” паркында асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Геройы Юрий Воробьев, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Думаһы депутаты, күп тапҡыр олимпия чемпионы, донъя чемпионы, фигурист Ирина Роднина, билдәле баскетболсы, олимпия чемпионы Иван Едешко ҡатнашты.

Радий Хәбиров фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләне, уларға һәр яҡлап еңеүҙәр теләне.

Йәш спортсыларға сәләмләү һүҙе менән Ирина Роднина мөрәжәғәт итте.

- Осрашыу мөмкинлеге өсөн ҙур рәхмәт, – тине олимпия чемпионы. - Киләсәк беҙҙең ҡулда. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшегеҙ, еңегеҙ!

Шулай уҡ сәләмләү һүҙе менән Иван Едешко сығыш яһаны:

– Һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтергә тейешһегеҙ, – тине легендар спортсы. – Физкультура һәм спорт һеҙгә тормошта, һөнәрҙә ярҙам итәсәк. Һеҙ иң яҡшылары булырға теләйһегеҙ һәм иң яҡшылары булырһығыҙ! Һеҙ беренсе булырға теләйһегеҙ һәм беренсе булырһығыҙ! Тәүгеләренең ғына һәм иң яҡшыларҙың ғына хыялдары тормошҡа аша. Юлға!

Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь Республикаһы гимндары яңғыраны. Һуңынан сәхнәгә бейеү номерҙарын башҡарып, йәш быуын вәкилдәре сыҡты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас