

Башҡортостандың баш ҡалаһына “Рәсәй-Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивалендә ҡатнашыусылар килде. Сара Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә уҙа.
Белоруссия делегацияһы етәксеһе Владимир Антончик һүҙҙәренсә, ул һәм уның егеттәре Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Командалар милли ашамлыҡтарҙы сәк-сәк, ҡымыҙ менән һыйланы һәм осрашыуға йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Башҡортостан – Уралдың күңеле һәм Евразия йөрәге, беҙ ҡунаҡсыл еребеҙҙә ҙур ҡәнәғәтлек менән дуҫтарыбыҙҙы ҡаршы алабыҙ! Был фестиваль илебеҙҙең спорт тормошонда ҙур ваҡиғаға әүерелер, тип ышанам! Алда – сағыу спорт баталиялары, яңы геройҙарҙың һәм буласаҡ чемпиондарҙың исемдәре, һәм, әлбиттә, онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар! Спортсыларҙың барыһына ла уңыштар теләйем”, – тип сәләмләне фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан менән Беларусь йыйылма командалары иптәштәр футбол матчы үткәрҙе.
“Рәсәй-Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале Башҡортостадың баш ҡалаһында 25-29 июндә үтә.
Ярыштарҙа уҡыусылар футбол ( мини-футбол дисциплинаһы), баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү буйынса көс һынашасаҡ.
Ярыштар бер үк ваҡытта баш ҡаланың өс универсаль спорт майҙансығында – “Динамо” спорт-демонстрация комплексында (Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 2), Өфө ҡалаһының 32-се спорт мәктәбендә (Өфө ҡалаһы, Баязит Бикбай урамы, 13-сө йорт), Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә (Өфө ҡалаһы, Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47) уҙа.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.