+17 °С
Облачно


Стәрлебаш көрәшселәре Илдар Моратов менән Камил Хәсәнов Татарстанда үткәрелгән билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә бронза миҙал яуланы. Ә көрәштең пляж төрөндә Илдар Илдус улы чемпион булды!
Был Стәрлебаш спортсыларының беренсе еңеүе генә түгел, артабан да уларға уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ, фото: vk.com