

Ралли-марафон - уникаль спорт дисциплинаһы, донъя океандары буйлап сәйәхәт итеүгә тиңләшә. Был - профессионализм һәм сыҙамлыҡ, батырлыҡ һәм аҡыл, команда рухы һәм патриотизм тойғоһо һынауы. Кешеләр өсөн дә, техника, материалдар, технологиялар, идеялар өсөн дә һынау. Мажаралар, үҙен һәм техниканы ауыр шарттарҙа ныҡлыҡҡа тикшереү һәм дуҫтарса мөхиттә кешеләрҙе был спорт дисциплинаһына йәлеп итә. Быйыл Раллиҙы Ҡазан – Өфө – Мәскәү маршруты буйынса үткәреү планлаштырылған, ул туғыҙ этапты (ярыш көндәрен) үҙ эсенә ала. Ярыштың дистанцияһы - 35 мең километр, шуларҙың 23 мең километры - махсус спорт участкалары.
“Башҡортостандың Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар үткәреүҙә ҙур тәжрибәһе бар. “Ебәк юлы” халыҡ-ара ралли этаптары юғары ойоштороу кимәлендә үтер тип ышанам”, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Ирек Хәйривара улы әйтеүенсә, 7 – 10 июлдә Башҡортостан биләмәһендә Раллиҙың тиҙ йөрөшлө участкаһының өс этабы үтәсәк. Ярышта ҡатнашыусылар Әбйәлил, Белорет, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәләре буйлап уҙасаҡ. Өфө буйлап тантаналы үтеү 7 июлгә билдәләнгән. Тантаналы юл аркаһы Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһындағы автомобиль туҡталҡаһы районында урынлашасаҡ. Беренсе ҡатнашыусы урындағы ваҡыт буйынса 17:00 сәғәттә килә. Һуңынан ҡатнашыусыларҙың автомобилдәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәп, “Өфө-Арена”ның биләмәһенә (Ленин урамы, 114) юлланасаҡ.
2-се этап (8 июль) – Әбйәлил һәм Учалы райондары;
3-сө этап (9 июль) – Учалы һәм Әбйәлил райондары;
4-се этап (10 июль) - Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары.
Раллиҙа ҡатнашыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың һаны - 20 илдән 750-нән ашыу кеше, шул иҫәптән 70-тән ашыу экипаж спортсылары түбәндәге категорияларҙа: мотоциклдар, квадроциклдар, баггиҙар, внедорожниктар һәм йөк машиналары.
Белешмә:
Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр ралли этабы 2016 йылдың 10-11 июлендә уҙҙы, унда 116 берәмек техника составында спорт машиналары булған 27 ил ҡатнашты, шуларҙың составында бөтәһе 250 кеше пилот булған 92 джип һәм 24 йөк машинаһы. 2017 йылда ралли этабы 9 июлдән 10-ына тиклем үтә, уның сиктәрендә 9 июлдә ҡатнашыусыларҙың йөрөшө Өфө ҡалаһы буйлап ойошторола, Салауат Юлаев майҙанында туҡтаясаҡтар.
Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.