Спорт һәм туризм
29 Июнь 2023, 09:15

Спорт премияһы булдырылды

Был хаҡтағы ҡарар республиканың хоҡуҡи интернет-порталында баҫылған

Спорт премияһы булдырылдыСпорт премияһы булдырылды
Спорт премияһы булдырылды

Башҡортостанда спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар һәм физик культураға индергән һиҙелерлек өлөш өсөн республика премияһы булдырылды. Был хаҡтағы ҡарар республиканың хоҡуҡи интернет-порталында баҫылған.

Документта спорт премияһының спортсыларҙың, тренерҙарҙың, белгестәрҙең һәм физик культура, спорт өлкәһендәге ойошмаларҙың һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн барлыҡҡа килгән.

Спорт премияһы конкурсты үткәреү һөҙөмтәләре буйынса район һәм ҡала бюджеттарына ебәреләсәк.

Фото:Валерий Шахов

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас