Спорт һәм туризм
30 Июнь 2023, 10:18

Күкрәктәрендә – рухлы һәм сәмле йөрәк

Ауыл футболын ил кимәленә күтәреү өсөн тағы ниҙәр кәрәк?

“Олотау йыйыны” турнирын ойоштороусыларҙың шәхси архивынан.“Олотау йыйыны” турнирын ойоштороусыларҙың шәхси архивынан.
Фото:“Олотау йыйыны” турнирын ойоштороусыларҙың шәхси архивынан.

Учалы районының Ҡотой ауылында ойошторолған футбол турниры хаҡында хәҙер тотош Рәсәй белә: күптән түгел ил кимәлендә ойошторолған “Рәсәй – футбол иле” конкурсы тамамланды һәм ундағы номинацияларҙың береһендә яҡташтарыбыҙҙың дәрт-дарманлы спорт проекты еңеү яуланы.

 

Тиңдәр араһында тиң

 

Проектҡа илебеҙҙең 74 төбәге­нән 400 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән – был турала матбуғат сараларында Рәсәй футбол союзы президенты Александр Дюков хә­бәр итте.

– “Рәсәй – футбол иле” бәйге­һенең өсөнсө миҙгеле бик күп яңы сағыу проекттар асты. Урындарҙа ҙур футбол үҫешенең иң яҡшы өлгөләрен күрһәтеү мөһим, бындай тәжрибә кешеләрҙе үҙ төбәктә­рендә футбол башлан­ғыстарын тормошҡа ашырыуға илһамлан­дыра. Өсөнсө миҙгел проекттарына 74 төбәктән 403 мең кеше йәлеп ителде. Конкурста ҡатнашыусы­ларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм һәм еңеүселәрҙе, при­зер­ҙарҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайым, – тине Дюков.

Учалы районының Ҡотой ауылында уҙғарылған “Олотау йыйыны” турниры иһә “Футболда иң яҡшы күмәк проект” номинация­һында еңеү яуланы.

“Конкурста ҡатнашыу­сыларҙың ярҙамы менән беҙ күмәк фут­болдың кешеләрҙе ҙур маҡсат өсөн берләштереүен күрәбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең яңы еңеүсе – “Олотау йыйыны” турниры – Башҡортос­тан­дағы бәләкәй генә ауылға республиканан һәм күрше төбәктәрҙән йөҙәрләгән кешене йәлеп итеү урынына әйләнергә ярҙам иткән. Тағы ла бер еңеүсе – Адыгейҙан “Надежда” проекты – фут­бол аша ауыр холоҡло үҫмер­ҙәрҙе йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа ярҙам итә. Ошо һәм башҡа баш­лан­ғыстар сират­тағы тапҡыр фут­бол­дың кешеләр­ҙең тормошона ыңғай йоғонто яһай алыуын раҫ­лай”, – тип билдәләй был проект­тарҙың әһәмиәтен Александр Дюков.

Мәғлүм булыуынса, “Рәсәй – футбол иле” конкурсын Рәсәй футбол союзы уҙғара, ул төбәктәрҙә футболды үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы эҙләү һәм дәрт­ләндереү өсөн ойошторола. Кон­курс­тың өсөнсө миҙгеле Рәсәй Спорт министрлығы булышлы­ғында уҙғарылған. Ул былтыр 10 декабрҙә – Бөтә донъя футбол көнөндә башланған һәм быйыл май­ға тиклем дауам иткән. Һандар­ға килгәндә, ҡатнашыу өсөн илдең төрлө төбәктәренән 943 ға­риза бирелгән. Конкурста илебеҙ­ҙең 74 төбәгенән 462 үҙенсәлекле футбол проекты ҡатнашҡан.

 

Ҡотойҙарҙы таныйҙар

 

Ҡотойҙағы футбол турниры хаҡында иһә республикала күптәр белә. Өфөнән ярайһы уҡ алыҫта, Урал тауҙары ҡуйынында, үткәрел­гән сараға ауылда йәшәгән кеше­ләрҙән дә күберәк ҡатнашыусылар килә. Тиҙҙән, йәғни 14-15 июлдә, унда сираттағы “Олотау йыйыны” турниры була.

Ҡотой – Учалы районының иң төпкөл ауылдарының береһе. Унан район үҙәгенә тиклем 40 саҡрым самаһы, Өфөгә тиклем – 350 километр. Бөгөн Ҡотойҙа йөҙгә яҡын кеше йәшәй.

Асыҡ сығанаҡтарҙан күрене­үенсә, Ҡотой ауылына Верхнеурал өйәҙе Ҡаратабын улысы баш­ҡорт­тары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1786 йылдан (башҡа мәғлү­мәт­тәр буйынса, 1740 йылдан) билдәле. Тәүге төпләнеүсенең улы Биктимер Ҡотоев булған, ауыл уның атаһы Ҡотой исеменән бар­лыҡҡа килгән. 1795 йылда Ҡотой ауылында һигеҙ йортта 68 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында 17 хужалыҡта 82 ир-ат һәм 67 ҡатын-ҡыҙ, ә 1866 йылда 35 йортта 177 кеше теркәлгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында йорттар һанының (67) һәм халҡының (354 кеше) артыуы күҙәтелгән. Ҡотой ауылы халҡы Иҫәкәй, Тура йылға, Баранбай, Ҡашмаҡһаҙ йылғалары буйын­дағы дүрт урында күсенеп йөрө­гән. Ауыл­да мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән.

 

Спортҡа һөйөү – уртаҡ һыҙат

 

Ауыл халҡын күптән спортҡа һөйөү берләштерә. Әйтеүҙәренсә, урындағы йәштәр футболды һәр саҡ әүҙем уйнаған. “Йәйгеһен, бесән мәлендә, эш көнөнән һуң йәки хатта ҡышҡыһын да беҙ һәр саҡ футболға тоғро булдыҡ”, – тип белдерә улар. Тап ошо берҙәмлек ил кимәленә тиклем күтәрелгән турнир ойоштороуға килтергән дә.

Ошо хаҡта беҙ “Олотау йыйыны” сараһын ойоштороусыларҙың бере­һе Линар Ғәлин менән һөйләш­тек. Ул Учалы районының Ҡолош ауылында тыуған, туғыҙ йәшенән Ҡотой ауылында үҫкән.

“2013 йылда мәктәпте тамам­лағандан һуң, Мәскәүҙә юғары белемгә эйә булдым, – тип башланы һүҙен Линар. – 2017 йылда, диплом алғас, армия сафына саҡырҙылар, Һауа-десант ғәскәрҙә­рендә хеҙмәт иттем. Бер йылдан армиянан ҡайт­ҡандан һуң, магис­тратураға уҡырға индем, эшкә урынлаштым. Тыуған яҡтан алыҫ­та, сит ерҙә ерегеп, үҙаллы тормош башлау, әлбиттә, еңелдән булманы. Ауылым, яҡындарым, дуҫта­рым менән һәр саҡ тығыҙ бәйлә­нештә булыуым дәрт-дарман, көс-ҡеүәт бирә ине.

2019 йылда ауылдың рухлы һәм маҡсатлы йәштәре йыйылышып, Учалы районы ауылдары араһында үткәрелгән “Дуҫлыҡ кубогы”нда ҡатнаштыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командабыҙ еңеү яулай алманы, әммә был беҙгә илһам бирҙе һәм сәмләндереп ебәрҙе: ә үҙебеҙ шундай турнир ойошторһаҡ? Фекер­ҙәштәр, дуҫтар тупландыҡ та шул уҡ йылда ниәтте тормошҡа ашы­рырға булдыҡ. Сараны тыуған еребеҙҙең биҙәге булған Олотау хөрмәтенә бағышланыҡ. Тәүге бәйгелә 14 команда ҡатнашты.

Ә бит ошо хәлдәргә этәргән мөһим сәбәптәр ҙә бар. Был уй ауылда мәктәп ябылғас, колхоз тарҡалғас тыуҙы. Ауыл, әйтерһең дә, һүнеп ҡалды, йәштәр яҡшыраҡ тормош эҙләп таралышып бөттө. Алты йыллап ауылда телгә алырҙай бер сара үтмәне.

Ғөмүмән, беренсе турнирҙы ту­лыһынса үҙ көсөбөҙ менән үткәр­ҙек. Аҡса йыйҙыҡ, әсәйҙәр, апайҙар менән байрам табынын әҙерләү тураһында һөйләшеп килештек. Ошо йылдар эсендә еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә булды, әлбиттә. Әммә сара бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Тап ошо ваҡытта сәмле баш­ланғысты дауам итеү, даирә­һен киңәйтеү идеяһы тыуғандыр ҙа.

2020 йылда Өфөгә ҡайттым. Тап ошо йылда Ҡотойҙа футбол бу­йынса тағы ла алты турнир үткәрелде. Дөйөм алғанда, шул йылда ғына 109 матч тормошҡа ашырылған.

2021 йылда иһә ҡатнашыусылар даирәһе лә киңәйҙе, беҙҙең турнир хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы репортаж төшөрҙө, матбуғат сараларында ла мәғлүмәт таралды. Тағы ла шуныһы: икенсе тапҡыр ойошторолған турнирҙан башлап, сараға башҡорт биатлоны, уҡ атыу, армрестлинг, ҡулсаға ырғытыу, таш күтәреү кеүек ярыштар өҫтәлде. Турнир тағы ла йәмлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн, концерт программаһын да өҫтәнек, республикабыҙҙың билдә­ле артистарын саҡырҙыҡ.

Өсөнсө турнирҙы ойошторғанда ярайһы уҡ тәжрибә бар ине, шуға күпкә еңелерәк булды. Бағыусылар ҙа килеп сыҡты, иң мөһиме – төрлө райондарҙан яңы командалар өҫтәлде. Хатта ҡала командалары ла беҙгә ҡушылырға теләк бел­дер­ҙе. Бер кемгә лә ҡаршы сыҡ­маныҡ – был сарала бөтә коман­даларға ҡатнашырға мөмкинлек бирҙек. Ошолай эшмәкәрлегебеҙ даирәһен киңәйттек, шул уҡ ва­ҡытта был беҙгә яңы бурыстар һәм мөмкинлектәр ҙә бирҙе. Мәҫәлән, “Салауат Юлаев” хоккей клубы комментаторы, билдәле шәхес Азамат Моратов менән хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Шуныһы ҡыуа­ныслы, йылдан-йыл турнирҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү сифаты ла яҡшыра барҙы, беҙ бер ҙур спорт ғаиләһенә әүерелдек һәм бәғзе даирәләрҙә танылыу яуланыҡ”, – тине Линар Ғәлин.

 

Кимәле икенсе буласаҡ

 

Ойоштороусылар вәғәҙә ите­үенсә, быйылғы турнир иһә бөтөн­ләй икенсе – күпкә киңерәк һәм ҙурыраҡ кимәлдә үтәсәк.

– Эксклюзив кубокка заказ бирҙек, ҡатнашыусылар даирәһе лә башҡа. Еңеүсегә, иң шәп ко­мандаға, башҡорт аты бүләк итер­беҙ, тигән ниәт бар. Турнир, ғәҙәт­тәгесә, көрәш буйынса спорт мастеры Ғайсар Хәлидәр улы Ғәлин иҫтәлегенә бағышлана. Ул футбол менән әүҙем шөғөлләнде, бар тәрбиәләнеүселәре, яҡташтары күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 25 йәшендә генә вафат булды.

V “Олотау йыйыны” футбол фестивалендә илдең биш төбәге­нән (Башҡортостан, Силәбе, Ҡур­ған, Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы) 32 команда ҡатна­шасаҡ, шул иҫәптән республиканың ете районынан (Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури һәм Хәйбулла) ҡатнашыусылар киләсәк. Фестивалдә киберфутбол буйынса ла турнир ойоштороу ҡаралған, башҡорт күпбәйгеһе буйынса ла ярыштар уҙасаҡ. Турнир­ға махсус ҡунаҡтар саҡырылған, улар шоу-матч үткәрәсәк. 14 июлдә – төркөм этабы, 15 июлдә плей-офф уйындарын планлаштырабыҙ, – ти Линар Ғәлин.

...“Олотау йыйыны” – “ауылда йәштәр юҡ, йә­шә­йеш һүнеп бара” тип зарлан­ғандарға лайыҡлы яуап ул. Күкрә­гендә рухлы һәм сәмле йөрәк тип­кән милләттәштәребеҙ ата-ба­ба­ларҙың шанлы тарихын дауам итә, халҡыбыҙҙың данын яҡлай, рухын һаҡлай – һоҡлан­майса сара юҡ.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас