

Түбәнге Новгородта үткәрелгән “Беҙ бергә. Спорт” йәйге паралимпия уйындарында Рәсәйҙең 54 төбәгенән командалар биш көн рәттән беренселек өсөн алышты.
Спортсылар йөҙөү, коляскала теннис, триатлон, дзюдо һәм голбол (һуҡырҙар һәм насар күргәндәр ҡаршы команда ҡапҡаһына ҡыңғыраулы туп ташларға тейешле уйын) буйынса көс һынашты. Республикабыҙҙың йыйылма командаһы 66 миҙал – 21 алтын, 21 көмөш, 24 бронза яуланы. Был сара менән бер рәттән, Рәсәйҙең йөҙөү буйынса чемпионаты ойошторолдо. Унда беҙҙе йыйылма команда дөйөм команда иҫәбе буйынса бронза миҙалға лайыҡ булды.
Айһылыу НИЗАМОВА