Спорт һәм туризм
7 Июль 2023, 17:26

Спорт премияһы булдырылды

Валерий Шахов.Валерий Шахов.
Фото:Валерий Шахов.

Күптәр өсөн был башланғыс яңы ҡаҙаныштарға көс-дәрт өҫтәйәсәк.

Башҡортостанда спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар һәм физик культураға индергән һиҙелерлек өлөш өсөн республика премияһы булдырылды. Был хаҡтағы ҡарар республиканың хоҡуҡи интернет-порталында баҫылған.

Документта спорт премияһының спортсылар­ҙың, тренерҙарҙың, белгестәрҙең һәм физик культура, спорт өлкәһендәге ойошмаларҙың һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн булдырылыуы хаҡында әйтелә.

Спорт премияһы конкурсты үткәреү һөҙөмтә­ләре буйынса район һәм ҡала бюджеттарына ебәреләсәк.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас