Спорт һәм туризм
7 Июль 2023, 17:27

Стәрлебаштар һынатманы

vk.comvk.com
Фото:vk.com

Стәрлебаш районын күптәр көрәшселәр төбәге булараҡ белә.

Күптән түгел Стәрлебаш көрәшселәре Илдар Моратов менән Камил Хәсәнов Татарстанда үткәрелгән билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә бронза миҙал яуланы. Ә көрәштең пляж төрөндә Илдар Илдус улы чемпион булды.

Был Стәрлебаш спортсыларының беренсе еңеүе генә түгел, артабан да уларға уңыштар теләйбеҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас