Спорт һәм туризм
8 Июль 2023, 05:25

Өфөләр “Ебәк юлы” халыҡ-ара раллиҙы күҙәтте

21 илдән 93 экипаж еңел булмаған һынау үтә.

Өфөләр “Ебәк юлы” халыҡ-ара раллиҙы күҙәттеӨфөләр “Ебәк юлы” халыҡ-ара раллиҙы күҙәтте
Өфөләр “Ебәк юлы” халыҡ-ара раллиҙы күҙәтте

Быйыл Ралли Ҡазан-Өфө-Мәскәү маршруты буйынса уҙғарыла.  Дөйөм алғанда спортсыларға яҡынса 5 меңдән ашыу километр юл үтеү маҡсаты ҡуйылһа, уның 2 меңдән артыҡ километры юғары тиҙлекле участка дистанцияһы.

7 июлдә Өфө ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтар ҙа халыҡ-ара раллила ҡатнашыусыларҙы күрә алды. Ҡыҙыҡһыныусылар үҙенсәлекле спортсыларҙы “Торатау” конгресс-холы эргәһендә ҡаршы алды. Артабан ярышсылар  “Өфө –Арена” спорт комплексы биләмәһендәге бивуакка йүнәлде. Мотоциклдар, квадроциклдар, багги, йөк машиналары, внедорожниктарҙағы экипаждарҙы күреү баш ҡала халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды.  

“Ебәк юлы”  халыҡ -ара раллиҙың башҡа автомото спорт ярыштарынан мөһим айырмаһы уҙыш маршруты йыл һайын яңынан төҙөлә һәм бер ҡасан да ҡабатланмай. “Ебәк юл” халыҡ-ара ралли ҡатмарлылығы юғары категориялы тип донъяла танылған спорт сараһы.  

Ралли-марафон – уникаль спорт дисциплинаһы, ул донъя океаны буйынса Ер шары тирәләй сәйәхәткә оҡшаш. Был ярыш һөнәри оҫталыҡҡа һәм сыҙамлыҡҡа , зирәклеккә һәм ҡыйыулыҡҡа, команда рухына һәм илһөйәрлек тойғоларына һынай. Ул кешеләргә лә, техникаға ла, технологияларға ла, идеяларға ла һынау. Беренсе тапҡыр Башҡортостанда Ралли этабы 2016 йылда 10 - 11июлдә үткәрелде. Унда 27 ил, 116 берәмек спорт машиналары ҡатнашты.

Альберт Заһиров фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас