

Бөгөн баш ҡалалағы Рима Баталова исемендәге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә спартакиаданы тантаналы асыу ойошторолдо.
Рәсәйҙең Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, ярыштарҙа илдең 22 төбәгенән командалар ҡатнаша. Был – 500-ҙән ашыу спортсы. Быйыл спартакиада илдең ете төбәгендә ойошторола. Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты имгәндәрҙең йөҙөү, өҫтәл теннисы, бадминтон, еңел атлетика, ишетмәгәндәрҙең футзал спорты, һуҡырҙарҙың дзюдо спорты ойошторола.
Фото: республиканың Спорт министрлығы.