

23 июлдә “Өфө” футбол клубы LEON-Икенсе лигала икенсе матчын үткәрә. “Өфө”ләр үҙ майҙанында “Муром” футбол командаһы менән осраша. Футболсылар 23 июлдә 18.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) осраша.
Әйткәндәй “Муром” футболсыларының тренеры – 2015-2016 йылдарҙа беҙҙең команда спортсыларын күнектергән Евгений Перевертайло. Уның ваҡытында “Өфө”ләр 17 матч үткәргән. Унан тыш, һөжүм итеүсе Дмитрий Сысуев та 2016 – 2022 йылдарҙа 111 матчта уйнаған һәм 11 гол индергән.
“Өфө” һәм “Муром” командалары матчына инеү бушлай.
Фото: “Башинформ”.