Спорт һәм туризм
21 Июля 2023, 10:49

Турист үҙәге асылды

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Фото:“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.

Белорет районындағы Ирәмәл тауы итәгендә беренсе тапҡыр турист-мәғлүмәт үҙәге асылды. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте. Объекттың сәйәхәтселәр араһында киң популярлыҡ яуларына шик юҡ.

“Туристар визит-үҙәккә тәүге сәғәттәрҙә үк килә башланы. Күптәр диуарҙа яҙылған исемдәр янында фотоға төштө. Бөгөнгә тиклем Николаевка ауылын халыҡ урап үтә ине. Хәҙер иһә бында туҡтап, кәрәкле мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Шулай уҡ интернет селтәренә сығыу, санузел бүлмәһе кеүек уңайлыҡтар ҡаралған – барыһы ла юлсылар өсөн бушлай. Теләүселәргә сувенир йәки ҡәһүә һатып алыу мөмкинлеге бар – юлда көс-дәрт һис тә ҡамасауламаҫ”, –тине идея авторы Рина Гринберг.

Ғөмүмән алғанда, эш проектты тормошҡа ашырыуҙа сарыф ителгән аҡсала түгел (ярҙам иткәндәрҙең исеме диуарҙа яҙылған), ә тап ошо үҙәк янында фотоға төшөүҙә. Николаевка ауылы Башҡортостандың Белорет районында “Ирәмәл” тәбиғәт паркы янында урынлашҡан. Ауыл аша туристар Көмәрҙәк, Баҡты, Баштау һырттарына юллана, ошо урында Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы, шулай уҡ “Урал барыҫы”, “Урал тажы” проекттары маршруты үтә. Йүнәлеш көндән-көн нығыраҡ популярлыҡ яулай. Үҙәк асылғанға тиклем тәбиғәт паркында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, мөмкинлектәр, хеҙмәттәр, тәҡдимдәр тураһында мәғлүмәттең аҙ булыуы һиҙелә ине.

“Турист-мәғлүмәт үҙәге – социаль проект.  Беҙҙең уйыбыҙса, халыҡтың мәғлүмәткә ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелергә тейеш,  шуға күрә йәмәғәт киңлеге һәр теләгән кешенең аҡсалата ярҙамы менән төҙөлдө”, – тип аңлатты Рина Гринберг.

Күптән түгел үҙәктең Телеграм-каналы эш башлаған. Бында һуңғы яңылыҡтар, юл йәки тауҙарҙа бик йыш үҙгәргән һауа торошо тураһында һорашырға, шулай уҡ башҡа файҙалы мәғлүмәт алырға мөмкин.

Әлегә турист-мәғлүмәт үҙәге ял көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем асыҡ, тик был башҡа ваҡыттарҙа килеү мөмкинлеге юҡ тигәнде аңлатмай (мәҫәлән, визит тураһында Телеграм-каналда алдан хәбәр итергә мөмкин). Киләсәктә көн һайын эшләүгә күсергә ниәтләнәләр.

- Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА

Читайте нас