Спорт һәм туризм
22 Июль 2023, 16:45

Вьетнам командаһы – Мәскәүҙә!

Иртәгә улар Башҡортостанға юлланасаҡ. Улар артынса Сурдлимпиадала ҡатнашыусылар йыйыла башлай. 

Вьетнам командаһы – Мәскәүҙә!Вьетнам командаһы – Мәскәүҙә!
Вьетнам командаһы – Мәскәүҙә!

23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпиада уйындары үтәсәк. Рәсәйгә сит ил делегациялары килә башлаған да инде.

Бөгөн Вьетнамдың спорт командаһы Домодедово аэропортына осоп килгән. Улар өс: футбол, бадминтон, боулинг спорт төрҙәре буйынса ярышырға әҙерләнә. Йәмғеһе 27 кеше буласаҡ.

Иртәгә улар Өфөгә осорға әҙерләнә. Республика иһә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙер!

Вьетнам командаһының ярыштарға әҙерлек мәле тураһында түбәндәге яҙмала уҡығыҙ:
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-07-20/vietnamdar-er-3348568

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас