Спорт һәм туризм
24 Июль 2023, 16:30

Илебеҙҙең ике командаһы осрашты

Өфөлә ойошторолған йәйге Сурдлимпия уйындарында баскетбол буйынса ла ярыштар бара.

Илебеҙҙең ике командаһы осраштыИлебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты

Өфөлә ойошторолған йәйге Сурдлимпия уйындарында баскетбол буйынса ла ярыштар бара. Был спорт төрөн үҙ итеүселәрҙән етеҙлек, хислелек, ҡәтғилек һәм шул уҡ ваҡытта команда менән бергә уйнай белеү кеүек сифаттар талап ителә. Өҫтәүенә ул – һәр йәһәттән физик үҫеш өсөн иң һөҙөмтәле факторҙарҙың береһе.

Бөгөн Өфөләге Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2 ҡатын-ҡыҙ командалары беренселек өсөн алышты.

Тренер Игорь Сазановтың белдереүенсә, Белгород, Кемерово өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалалары һәм башҡа төбәктәр спортсылары  баскетбол буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. “Рәсәй-1 командаһы был был уйындарға күптән һәм оҙаҡ әҙерләнде”, - тине тренер. Эйе, был уйын ваҡытында ла күренде. Һөҙөмтәлә ул 105:35 иҫәбе менән еңеүсе тип танылды.

Табип Дмитрий Голубковтың әйтеүенсә, баскетболдың спортсынан етеҙлек һәм шәплек кеүек сифаттарҙы талап итеүе сәбәпле, йәрәхәтләнеү осраҡтарының теркәлеүе лә ихтимал. Шуға ул спортсыларҙың һәр хәрәкәтен тигәндәй иғтибар менән күҙәтте. Ә залдағылар иһә спортсылар өсөн “көйҙө”, һәр көйәрмән үҙенең яратҡан командаһының еңеүен теләне.

Баскетболсыларға килгәндә, улар йәйге Сурдлимпия уйындарына әҙерлекте Мәскәү өлкәһендәге “ГоПарк” базаһында үтте. Шулай итеп, улар техник, тактик йәһәттән әҙер ине.

Әйткәндәй, йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үткәрелә. Һаңғырауҙар араһында спорттың 21 төрө - бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипеды спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляжлы волейбол, боулинг - буйынса үткәрелә.

Ярыштар 18 спорт ҡоролмаһында һәм объектында үткәрелә. Уйындарҙа 30 илдән, шул иҫәптән АҠШ-тан, Бразилиянан, Франциянан, Төркиәнән, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Филлиппиндан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан һәм башҡаларҙан спортсылар ҡатнаша.

Автор фотолары.  

 

Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Илебеҙҙең ике командаһы осрашты
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас