Спорт һәм туризм
24 Июль 2023, 17:45

Рәсәйҙең спорт министры менән осрашыу

Бөгөн Республика йортонда Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы булып үтте.

Рәсәйҙең спорт министры менән осрашыуРәсәйҙең спорт министры менән осрашыу
Рәсәйҙең спорт министры менән осрашыу

Министр  Өфөгә “Беҙ бергә. Спорт” Йәйге сурдлимпия уйындарын асыу тантатаһында ҡатнашыу өсөн килде. Ярыштар республикабыҙ баш ҡалаһында 23 июлдән 2 авгусҡа саҡлы бара.

Осрашыуҙа спорт даирәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.

“Беҙ Һеҙҙе йәнә ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә тәбрикләй алыуыбыҙға шатбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәйҙең Спорт министрлығы командаһына ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ һәм беҙҙең башланғыстарҙы хуплауығыҙға рәхмәтлебеҙ. Быйыл Федераль министрлыҡ һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Республикала был датаны быйыл 23 октябрҙә билдәләйәсәкбеҙ. Һеҙҙе байрам программаһында ҡатнашырға саҡырабыҙ”.

Төбәк етәксеһе спорт министрына быйыл сентябрҙа уҙғарыласаҡ “Рәсәй – спорт державаһы” форумының программаһына Октябрьский ҡалаһында боҙ һарайын асыу буйынса онлайн-церемонияны ла индерергә тәҡдим итте. Тағы бер тәҡдим – 2024 йылдағы ошо уҡ форумды Өфөлә үткәреү. Спорт министры был тәҡдимдәрҙе хупланы.

“Беҙ республика менән ышаныслы партнерҙарға әүерелдек. Һеҙгә, Радий Фәрит улы, спортҡа бик ҙур иғтибар биргәнегеҙ өсөн рәхмәт!” – тине Олег Матыцин.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас