Спорт һәм туризм
24 Июль 2023, 15:30

Спорт ярҙам итәсәк

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар адаптив спорт менән шөғөлләнә һәм ярыштарҙа сығыш яһай ала.

Спорт ярҙам итәсәкСпорт ярҙам итәсәк
Спорт ярҙам итәсәк

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар адаптив спорт менән шөғөлләнә һәм ярыштарҙа сығыш яһай ала. Ошо хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Спорт министрлығы етәксеһе Руслан Хәбибов белдерҙе.

Министр, Башҡортостанда 5 366 спорт ҡоролмаһы һәм 561 спорт ойошмаһы эшләй, унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр шөғөлләнә ала, тип хәбәр итте. Республикала спорттың адаптив төрҙәренә бөтәһе 42 мең кеше йәлеп ителгән.

– Быйыл беҙҙең Адаптив спорт төрҙәре үҙәге көсәйтелде, туғыҙ филиал булдырҙыҡ. Һөҙөмтәле эшләү өсөн өҫтәмә рәүештә 50 штат берәмеге индерелде. Бөтә был инфраструктура бөгөн беҙҙең ҡарамаҡта, – тине Руслан Хәбибов. – Үҙәктең эшендә сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәттән бушатылған МХО-ла ҡатнашыусыларҙы адаптив спортҡа йәлеп итеү һәм уларҙың ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһауы мөһим йүнәлеш буласаҡ.

Министр әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Үҙәктә адаптив спорттың 19 төрө буйынса шөғөлләнә ала. Бында саңғы ярыштары, тау саңғыһы спорты, йөҙөү, фехтование, велоспорт һәм башҡа дисциплиналар инә. Былар барыһы ла уңышлы социаллаштырыуға, физик реабилитацияға, яңы тормош маҡсаттарын формалаштырыуға булышлыҡ итәсәк.

Бынан тыш, Башҡортостанда “Ҡаһарманлыҡ” проекты ғәмәлгә ашырыла. Адаптив спортта ҡатнашыусыларҙы оҙатыу сараның төп маҡсаты булып тора. Проекттың хеҙмәте методик эш, хәрбиҙәрҙә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ҡараш тәрбиәләү, спорт төркөмдәре һәм командалары ойоштороу менән шөғөлләнәсәк. Республика халҡы эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 272-00-50 телефоны буйынса “Ҡаһарманлыҡ” проектының “ҡыҙыу бәйләнеш”енә шылтыратып, консультация алыу мөмкинлегенә эйә.

– Беҙгә яраланғандан һуң килгән кешеләрҙе шунда уҡ спортҡа йәлеп итергә кәрәк. Кешеләргә һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа ярҙам һәм социаль яраҡлашыу талап ителгәндә спорт ялдың береһе булыуы ихтимал, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас