Спорт һәм туризм
25 Июль 2023, 07:30

Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?

Өфөлә "Беҙ бергә. Спорт" йәйге Сурдлимпия уйындары бара

Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?
Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?

24 июлдә, “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарын асҡан көндә, Өфөләге спорт майҙансыҡтарында биш спорт төрө - гандбол, спорт ориентирлауы, боулинг, грек-рим көрәше һәм баскетбол буйынса ярыштар үткәрелде.

Спорт ориентирлауының кросс-спринты буйынса ярыштар Рәсәй командаһына миҙалдар килтерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән сараларҙа Мария Новикова – беренсе, Антонина Найденова – икенсе, Ирина Лапикус өсөнсө урын яуланы. Ир-егеттәр араһындағы ярыштарҙа Никита Смирнов – алтын, Владимир Гринин – көмөш, Никита Асоян көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Ир-егеттәр командалары араһындағы гандбол буйынса турнирҙа ике матч үткәрелде. Кения Үзбәкстан командаһын 51:24 иҫәбе менән еңде. Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2 командалары араһындағы икенсе матчта беренсе команда спортсыларына уңыш йылмайҙы. Иҫәп 32:24 булды.

Боулинг буйынса ярыштарҙа Рәсәй командаһы вәкилдәре Арсен Акопян, Алексей Дрожбин һәм  Алексей Савченко алдынғы урындарҙы үҙ-ара бүлеште.

Грек-рим көрәшендә алдан үткәрелгән һәм ярымфинал ярыштары уҙғарылды.

Баскетбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһындағы матчта Рәсәй-1 командаһы 105:35 иҫәбе менән Рәсәй-2 командаһын еңде.

Бөгөн каратэ, еңел атлетика, баскетбол, йөҙөү, теннис, волейбол, ганбол, грек-рим көрәше, спорт ориентирлауы, шоссе велосипед спорты һәм боулинг буйынса ярыштар үткәрелә.

“Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдә башланды һәм 2 авгусҡа тиклем дауам итә. Ярыштар барасаҡ 10 көндә 1500-ҙән ашыу спортсы Өфөләге 18 спорт майҙансығында 21 спорт төрө буйынса миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Уйындарҙа донъялағы 30 илдән, шул иҫәптән Франциянан, Төркиәнән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, АҠШ-тан, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан һәм башҡа илдәрҙән судлимпиясылар ҡатнаша. Уларҙың барыһына ла уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар: автор, vk.com/myvmestesport_ufa

Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?
Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?
Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?
Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?
Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?
Беренсе көн кемдәргә еңеү килтерҙе?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас