

Флүрә менән Альберт Фәсхетдиновтар Өфөлә йәшәй. Икеһе лә насар ишетә. Флүрә апай теннис ярата. Шуға алдан уҡ “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының ҡайҙа үтеүен белешеп, үҙҙәренә график эшләп ҡуйғандар.
"Уйындар үтеүен белеү менән ярыштарға йөрөргә һүҙ бирешеп ҡуйҙыҡ. Һаңғырауҙар донъяһы – тар һәм татыу. Беҙҙең арала мәғлүмәт тиҙ тарала. Аралашып торабыҙ. Ярыштар программаһын көн дә ебәрәләр. Беҙгә оҡшаған бер ярышты ла ҡалдырмайбыҙ. Футбол, волейбол уйындарын ҡарайһы бар әле. Спортсыларға үҙебеҙҙең хөрмәтте күрһәтергә теләйбеҙ", - ти Фәсхетдиновтар.
Автор фотоһы.