Спорт һәм туризм
25 Июль 2023, 11:15

"Улар спорт баһаһын, ғүмер ҡәҙерен белә..."

24 июлдә “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарын тантаналы асыу сараһы “Өфө-Арена”ның универсаль спорт майҙансығында үткәрелде

"Улар спорт баһаһын, ғүмер ҡәҙерен белә...""Улар спорт баһаһын, ғүмер ҡәҙерен белә..."
"Улар спорт баһаһын, ғүмер ҡәҙерен белә..."

24 июлдә “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарын тантаналы асыу сараһы “Өфө-Арена”ның универсаль спорт майҙансығында үткәрелде. Сурдлимпиясыларға һәм тамашасыларға сәләмләү һүҙҙәре менән Рәсәйҙең спорт министры Олег Васильевич Матыцин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм Һаңғырауҙар спорт федерацияһы президенты Дмитрий Васильевич Ребров мөрәжәғәт итте. Тамашасыларға уникаль шоу-программа күрһәтелде. Уның сюжетына ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштергән тел – спорт теле – тураһындағы мәҙәни мотивтар һалынған ине.
Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин мөрәжәғәтендә был ярыштарҙың һис ҡасан булмағанса мөһим икәнлеген белдерҙе. Өҫтәүенә, улар спорт баһаһын, ғүмер ҡәҙерен белгән сурдлимпиясылар өсөн ойошторолған.

“Башҡортостан да, Өфө лә төрлө спорт төрҙәре буйынса беренсе тапҡыр ғына ҙур халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡабул итмәне. Һәм һәр ваҡыт ҡунаҡсыллыҡ, ойошороуҙың юғары стандарттары күҙәтелә. Донъя йәмәғәтселеге һәр ваҡыт Рәсәйгә килә, сөнки бында кешеләр спорт тарихын, консолидация атмосфераһын, берҙәмлекте тоя. Спорттың дуҫлыҡ кеүек билдәһе – бөгөн бик мөһим. Ярыштар ҙа тиккә “Беҙ бергә. Спорт” лозунгы аҫтында үткәрелмәй. 30  ил вәкилдәренең килеүенә шатмын, улар башҡа илдәргә, халыҡтарға Рәсәйҙең бөйөк спорт үткәне булған бөйөк ил икәнлеген күрһәтә. Бөгөн ул – ишектәре спортсыларға, тренерҙарға һәм изге ихтыярлыларға асылған йорт. Шуға бөгөнгө ярыштар бик кәрәк, өҫтәүенә улар сурдлимпиясылар – спорт, ғүмер ҡәҙерен белгәндәр өсөн үткәрелә. Бөгөн сараны асыу тантанаһында, уларҙың күҙҙәренә ҡарап, быны тойҙоҡ. Һәм уларҙың миҫалы бик мөһим. Сиктәр һәм ҡаршылыҡтар булмаған кешеләр миҫалы. Шуға ойоштороусыларға тағы бер тапҡыр йылылыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ мөхитен булдырғандары өсөн рәхмәт. Беҙ ҡунаҡ түгел, бер ҙур йортта йәшәүселәр тигән тойомлау бар, һәм һәр ваҡыт бер-беребеҙҙең уңыштары өсөн ҡыуанабыҙ, шуға “Рәхим итегеҙ”, - тине  Олег Матыцин.

Башҡортостан Башлығы бынай ярыштарҙың үткәрелеүенең төбәк өсөн ихтирам икәнлеге тураһында белдерҙе.

- Мин һәр ваҡыт спорт һәм уның менән бәйле һәр нәмәнең – Башҡортостандың дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө хаҡында әйттем. Һәм сараларҙы үткәреү – дәүләт мәсьәләбеҙ. Сараларҙы үткәреп кенә ҡалмай, башланғысты ла күрһәтәбеҙ. Рәәсйҙең Спорт министрлығы, мөмкинлектәребеҙҙе, һынатмаясағыбыҙҙы күреп, бында тағы күберәк ҙур спорт сараларын үткәрә. Ҙур спорт саралары һәр саҡ шәп һөҙөмтәгә эйә. Меңләгән балалар, алдынғы спортсыларҙы күреп, бынан һуң спорт залдарына бара. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн саралар үткәргәндә, улар сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә булһа ла, тағы ҙур ҡыҙыҡһыныу уяна. Шуға һәр кемгә спорт бирелгән. Һәр кем, тормош көйһөҙлөктәренә ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнә ала, - тине Радий Хәбиров.

Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорт федерацияһы президенты Дмитрий Ребров халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына айырыуса иғтибар бүлде. “Быйыл был – Рәсәйҙәге ошондай кимәлдәге беренсе халыҡ-ара ярыштар. 30 илдән килделәр. Бик юғары кимәл. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Федерацияһының Спорт  министрлығы, Башҡортостан Республикаһы булышлығында мөмкин булды. Улар бик ҡәнәғәт. Беҙ Рәсәйҙә ҡунаҡсыл халыҡ икәнлекте күрһәтәбеҙ. Сит илдәрҙән килеүселәрҙең барыһы ла аптырашта. Ун көн юғары кимәлдә үтер, тип ышанам!” - тине Дмитрий Ребров.

Тантана ваҡытында йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡаитнашыусыларҙың әләмдәре парады булды. Уйындарҙың рәсми флагын күрһәтеүҙә титуллы спортсылар, призлы урындарҙы яулаусылар һәм Сурдлимпия ууйындарында ҡатнашыусылар бар ине.

Уйындарҙың әләмен еңел атлетика буйынса өс тапҡыр Сурдлимпия уйындары чемпионы Юлия Әбүбәкерова, Сурдлимпия уйындары чемпионы, еңел атлет Адександр Черняк, ике тапҡыр Сурдлимпия уйындары бронза миҙалы хужаһы Артемий Карпов, тхэквандо буйынса Сурдлмпия уйындары чемпионы, Ҡаҙағстандан Аян Абдраш, Ирандан дзюдоист, Сурдлимпия уйндарында күп тапҡыр көмөш һәм бронза миҙал яулаусы Баболлах Хоссейн, АҠШ еңел атлетика буйынса спортсыһы, донъя чемпионатында бронза миҙал яулаусы Перри Брэди Джейкоб күтәрҙе.

Тантанала Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндарын Мәскәү ым-ишара театры һәм Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто артистары башҡарҙы.
“Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдә башланды һәм 2 авгусҡа тиклем дауам итә. Ярыштар барасаҡ 10 көндә 1500-ҙән ашыу спортсы Өфөләге 18 спорт майҙансығында 21 спорт төрө буйынса миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Уйындарҙа донъялағы 30 илдән, шул иҫәптән Франциянан, Төркиәнән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, АҠШ-тан, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан һәм башҡа илдәрҙән ҡатнаша.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас