Спорт һәм туризм
25 Июль 2023, 18:45

“Әйҙә, киттек, атайға ярҙам итәйек!”

Өс йәшлек ҡыҙҙың һүҙҙәре тетрәндерҙе...

“Әйҙә, киттек, атайға ярҙам итәйек!”“Әйҙә, киттек, атайға ярҙам итәйек!”
“Әйҙә, киттек, атайға ярҙам итәйек!”

Гуля Безмельницина – Өфөлә барған йәйге Сурдлимпия уйындары спортсыларына ярҙам иткән ирекмән. Ул – сығышы менән Ырымбурҙан. Оҙаҡ йылдар урындағы Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтендә ым-ишара тәржемәсеһе булып эшләй.

- Был телде бала саҡтан беләм, сөнки ата-әсәйем – һаңғырауҙар. Ирем дә ишетмәүсәнлек буйынса инвалид. Йыл һайын камиллаштым һәм ниндәй һөнәр һайлаясағыма шикләнмәй инем, - ти ул.

Шуға ул заявкаһын на dobro.ru сайтына биргән. Ире лә хуплаған.

Гуля Безмельницина Дағстандан Ризван Абдурахманов һәм Белоруссиянан Олег Костянка өсөн “көйә”. Һуңғыһы грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа көмөш миҙал яуланы. Ым-ишара тәржемәсеһе ярҙамында уны был наградаһы менән ҡотланыҡ һәм бер нисә һорау бирҙек.

- Рәсәйҙе беренсе тапҡыр ғына түгелмен. 2018 йылда Владимирҙа ярыштарҙа ҡатнашҡайным. Унда өсөнсө урын яуланым. Ә Өфөлә беренсе тапҡырмын. Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буш ваҡыт булманы – барыһы ла күнекмәләргә сарыф ителде.

“Туғандарығыҙ менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?” тигән һорауға: “Әлбиттә, ҡатыным балаларым менән минең өсөн борсола. Ксюшаға – өс йәш, Нерманға – ете ай. Ҡыҙым трансляцияны ҡараған һәм, йығылғас, борсолған: “Әйҙә, киттек, атайға ярҙам итәйек!” - тигән ул".

Фото: Рәсәй Һаңғырауҙар федерацияһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас