

Джоэль - Өфөлә барған йәйге Сурдлимпия уйындарында гандбол буйынса ярыштарҙа Кения йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан спортсы. Ул шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар командаһы тренерының ярҙамсыһы ла. Джоэль халыҡ-ара ярыштарҙа үҙ көсөн һынаған, ә Рәсәйҙә ул беренсе тапҡыр.
- 2022 йылда Бразилияла үткәрелгән Сурдлимпия уйындарында ҡатнаштым. Шунан алып тормошомда – туҡтауһыҙ күнекмәләр. Бындағы - Өфөләге, Рәсәйҙәге һәм үҙебеҙҙәге спорт инфраструктураһын сағыштырам да, һеҙҙә яҡшыраҡ тип аныҡ әйтә алам. Беҙ күнекмәләр залына йөрөй алабыҙ, Бразилияла улай түгел ине. Әгәр төрлө илдәр командаларын сағыштырһаҡ, барыбыҙ ҙа бер үк кимәлдә.
- Һеҙгә Өфө оҡшанымы?
- Эйе, ныҡ. Өфө - бик шәп ҡала. Һауа торошо бында шәп, тәмле ашаталар, йәшәү өсөн дә шарттар уңайлы.
- Ҡала буйлап йөрөгәнегеҙ бармы?
- Юҡ, график ныҡ тығыҙ. Башта – ҡунаҡханаға, ашайбыҙ, ял итәбеҙ һәм күнекмәләргә.
- Туғандарығыҙға селфи ебәреп өлгөрҙөгөҙмө?
- Әлбиттә, Өфөнән һөйөү менән!
Фото: vk.com/myvmestesport_ufa