

Ишетеү буйынса инвалидтар Дальмира Булатова менән Фәрзәнә Домаширова бер-береһен бәләкәйҙән белә. Улар мәктәптә бер парта артында ултырып белем алған. Байтаҡ ҡына аралашмай торғас, әхирәттәр “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында осрашҡан.
Фәрзәнә Санкт-Петербургта йәшәй, Башҡортостанда һирәк була. Осрашырға ҡарар иткәндәр. Өҫтәүенә, Өфөлә Сурдлимпия уйындары бара!
- Беҙ насар ишетеүселәр интернатында уҡыныҡ. Аҙаҡ Ленинградтағы техникумға уҡырға индек. Уҡыуҙан һуң Фәрзәнә Ленинградта ҡалды, ә мин Башҡортостанға ҡайттым. Бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәнек, яҙышып торҙоҡ. 2007 йылда күрешкәйнек. Уйындарға спортсылар өсөн терәк булырға, “көйөргә” килдек. Хеҙмәте һәм ныҡышлығы менән уңыш ҡаҙаналар, - ти көйәрмән әхирәттәр.
Өфөлә барған йәйге Сурдлимпия уйындарына инеү бушлай. Килегеҙ, ҡарағыҙ!
Фото: Рәсәй Һаңғырауҙар спорты федерацияһы.