Спорт һәм туризм
26 Июль 2023, 18:45

Өсөнсө көндөң һөҙөмтәләре ниндәй?

“Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының өсөнсө көнө тамамланды. Алты майҙансыҡта миҙалдар уйнатылды.

Өсөнсө көндөң һөҙөмтәләре ниндәй?Өсөнсө көндөң һөҙөмтәләре ниндәй?
Өсөнсө көндөң һөҙөмтәләре ниндәй?

Баскетбол буйынса ярыштарҙа ир-егеттәр араһында Рәсәйҙең йыйылма командаһы Иордания командаһын 107:47 иҫәбе менән “ҡыйратты”. Ә Белоруссия спортсылары Үзбәкстан вәкилдәрен еңде: 92:25. Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы турнирҙа Рәсәй Беларусь командаһынан көслөрәк булып сыҡты: 81:39.

Йөҙөү буйынса ла ярыштар ҡыҙыҡлы булды:

Ҡатын-ҡыҙҙар

50 м, ирекле стиль

1. Полина Земскова (Рәсәй) 26,92
2. Элеонора Брыканова (Рәсәй) 27,83
3. Оксана Петрушенко (Беларусь) 28,19

100 м, арҡала

1. Екатерина Денисова (Рәсәй) 1:09,00
2. Элеонора Брыканова (Рәсәй) 1:09,51
3. Мария Рудзько (Беларусь) 1:10,93

200 м, комплекслы йөҙөү

1. Елизавета Барбатина (Рәсәй) 2:31,75
2. Оксана Петрушенко (Беларусь) 2:33,82
3. Екатерина Еремцова (Беларусь) 2:44,96

800 м, ирекле стиль

1. Полина Билалова (Рәсәй) 9:30,76
2. Виктория Терентьева (Рәсәй) 9:44,08
3. Джессика Марку (Беларусь) 11:14,78

Ир-егеттәр

50 м, ирекле стиль

1. Андрей Живаев (Рәсәй) 23,89
2. Марк Трошин (Рәсәй) 24,02
3. Геннадий Цырон (Беларусь) 25,21

200 м, арҡала

1. Марк Трошин (Рәсәй) 2:08,11
2. Роман Лавров (Рәсәй) 2:11,22
3. Денис Кучун (Беларусь) 2:34,90

100 м, брасс

1. Александр Дятлов (Рәсәй) 28,99
2. Марти Фомин (Рәсәй) 30,06
3. Адриан Каласовски (Беларусь) 32,33

800 м, ирекле стиль

1. Филипп Торишний (Рәсәй) 8:45,96
2. Фернандо Муратов (Рәсәй) 9:19,06
3. Денис Кучун (Беларусь) 10:13,81

Ҡушма эстафета 4х100 м, ирекле стиль

1. Рәсәй (Живаев/Моратов/Брыканова/Терентьева) 3:45,14
2. Беларусь (Борисевич/Цырон/Петрушенко/Филипчик) 3:50,70

3. Рәсәй (Мартыненко/Оботин/Тихонова/Шәйәхмәтова) 3:56,40

"Динамо"лағы волейбол майҙансығында Рәсәй командаһы Белоруссия командаһын еңде һәм иҫәп “ҡоро” булды: 3:0. Бөгөн шулай уҡ Рәсәй менән Белоруссияның, Рәсәй менән Ҡырғыҙстандың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы осрашты.

Гандбол уйындары ла мауыҡтырғыс ине. Кения командаһы Әрмәнстан командаһын еңде: 54:2, тағы Рәсәй командаһы Әрмәнстан командаһын “ҡыйратты”: 13:31. Өс матч та Үзбәкстан өсөн һөҙөмтәһеҙ булды: Кениянан (24:51), Рәсәйҙән (12:42) һәм Рәсәйҙең йыйылма субъекттары командаһынан (10:47) еңелделәр. Рәсәйҙең йыйылма субъекттары командаһы Рәсәйҙең төп командаһына ғына биреште: 24:32.

Үзбәкстандың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы иһә Кенияны (26:14) һәм Рәсәйҙең йыйылма субъекттары командаһын (29:25) еңде. Рәсәй йыйылма командаһынан ғына еңелдедр.

Теннис буйынса ярыштар 1-се теннис клубында үткәрелде. Урындар түбәндәгесә:

1-се урын - Рауил Инуятуллин, 51:25
2-се урын - Павел Новиков, 51:26
3-сө урын - Виктор Дингес, 51:39

1-се урын - Мария Новикова, 54:27
2-се урын - Антонина Найдионова, 55:23
3-сө урын  - Дарья Гаврилова, 56:38

“Астра” спорт клубында атыу буйынса ярыштарҙа ирҙәр араһында Рәсәйҙән Вячеслав Иванов – беренсе, Рәсәй төбәктәре йыйылма командаһынан Борис Сдобников – икенсе, Рәсәй йыйылма командаһынан Борис Лазарев өсөнсө урын яуланы. ПП-60 (пневматик пистолет) менән атыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Белгородтан Елизавета Поповаға тиңдәр булманы. Икенсе урынды – Иркутскиҙан Валерия Кладовикова, өсөнсөнө Новосибирскиҙан Ольга Мисоченко яуланы.

Боулинг буйынса ир-егеттәр араһында беренсе зачет үткәрелде. Еңел атлеттар ҙа өсөнсө көн ярыштарын тамамланы.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас