Спорт һәм туризм
27 Июль 2023, 18:30

Француз ҡыҙы өсөн бәхет нимәлә?

Ул шәхси рекорд ҡуйған.

Француз ҡыҙы өсөн бәхет нимәлә?Француз ҡыҙы өсөн бәхет нимәлә?
Француз ҡыҙы өсөн бәхет нимәлә?

Спортсы Лоранд Аламэль алтынсы урын яуланы, әммә ул, ҡатнашыусылар араһында аҙаҡҡы урында булһа ла, барыбер ҡәнәғәт. Был бәхеттең сәбәбе ябай – Лоранд шәхси рекорд ҡуйған.

“Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа көс һынашыуыбыҙға шатбыҙ. Беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ, беҙҙең өсөн ул – иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға, ҙур тәжрибә һәм яңы тәьҫораттар. Бында оҙаҡ көтөлгән рекордты ҡуйҙыҡ – оҙонлоҡҡа 4,44 метр. Францияла, Реюньонда, һөҙөмтә үҙгәрмәгәйне. Бары Өфөлә был ҡаршылыҡты еңә алдыҡ”, - тине еңел атлетика трнеры Джанни Превиль.

Фото: республиканың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас