Спорт һәм туризм
28 Июль 2023, 10:45

Форум күмәк йүгереүҙән башланды

"Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил" халыҡ-ара форумын, йола буйынса, спорт акцияһы асты.

Форум күмәк йүгереүҙән башландыФорум күмәк йүгереүҙән башланды
Форум күмәк йүгереүҙән башланды

300-ҙән артығыраҡ кеше сарала ҡатнашырға теләк белдергән. 

Форум тарихында беренсе тапҡыр, йүгереүселәрҙең әҙерлек кимәлен иҫәпкә алып, ике трасса әҙерләнгән: 2,5 һәм биш саҡрымлыҡ.  Мәҫәлән, 10 йәшлек Луиза Кастранова хатта күп өлкәндәрҙе лә артта ҡалдырып, финиш һыҙығына тәүгеләрҙән булып килеп еткән. "Иртәнге сәғәт 6-ла йоҡонан тороу бер ҙә ҡыйын булманы. Беҙ, ғөмүмән, күп йүгерәбеҙ, шуға арыманыҡ та тиерлек", - ти ул.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөлә IV "Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил" халыҡ-ара форумы бара. Ул БРИКС-тың Эшлекле советы тарафынан хупланған. Форумда ҡатнашырға 50-нән артыҡ ил саҡырылған. 

 Фото: "Башинформ". 

Форум күмәк йүгереүҙән башланды
Форум күмәк йүгереүҙән башланды
Форум күмәк йүгереүҙән башланды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас