Спорт һәм туризм
28 Июль 2023, 15:30

Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!

23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындары бара.

Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!

5-се спорт йүнәлешендәге Республика мәктәп-интернатында ир-егеттәр араһында өҫтәл теннисы һәм бадминтон буйынса алдан ярыштар үткәрелә. Теннис буйынса ярыштарҙың баш судьяһы Ринат Әхмәровтың әйтеүенсә, был спорт төрө буйынса турнирҙа туғыҙ ил –Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Иран, Ираҡ, Франция, Грузия – спортсылары сығыш яһай.

“Ярыштар мауыҡтырғыс. Беҙҙең ил спортсылары ла тырыша”, - ти халыҡ-ара класлы судья Марс Хәбиров та. “Рәсәй, Иран, Ираҡ һәм башҡа илдәр спортсылары сығыштары һоҡланғыс”, - ти ым-ишара тәржемәсеһе Амалия Хәкимова. Ул шулай уҡ, ата-әсәһенең һаңғырауҙар булыуы сәбәпле, был телде өйрәнеүе, юридик белем алыуы һәм социаль яҡлау өлкәһендә эшләүе хаҡында белдерҙе.

Әйткәндәй, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә үҙҙәренең уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән спорт менән шөғөлләнеү өсөн булдырылған шарттарҙың Рәсәй өсөн дөйөм милли өҫтөнлөк икәнлегенә дәлил был ярыштар. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә күнекмәләр өсөн ифраструктура барлыҡҡа килә һәм замансалаштырыла, төрлө ярыштар үткәрелә. Улар араһында “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары ла бар.

Йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үткәрелә. Һаңғырауҙар араһында спорттың 21 төрө - бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипеды спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляжлы волейбол, боулинг – буйынса үткәрелә. Ярыштарға килегеҙ һәм физик кенә түгел, рухи йәһәттән ифрат көслө спортсыларҙың сығыштарын ҡарағыҙ, “көйөгөҙ”, Башҡортостан спортының тарихи биттәрендә ҡаласаҡ ярыштар шаһиты булығыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Ихтыяр көстәренә таң ҡалырлыҡ!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас