

Өфөлә барған “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарына донъяның төрлө илдәренән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән спортсылар, көйәрмәндәр һәм башҡалалар килгән. Улар араһында судьялар ҙа бар.
Руслан Ханмогомедов - гандбол буйынса Бөтә Рәсәй категориялы судья:
- Краснодарҙан килдек. Рәсәй, Үзбәкстан, Кения, Әрмәнстан командалары ярыша, - ти ул. - Гандбол – бик үҙенсәлекле уйын, үҙенең стандарттары бар.
Тағы судья үҙенең Башҡортостанда беренсе тапҡыр ғына булмауы, баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән Рәсәй чемпионатында судья булып ҡатнашыуы хаҡында әйтте.
- Өфө - йәштәр ҡалаһы. Ваҡыт булғанда, урындағы милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға уйлайым. Ә бына Башҡортостан балы менән дан тота. Уны мин күптән беләм.
Руслан Ханмогомедов гандболды бала саҡтан үҙ иткән, быға йорттарының эргәһендә генә спорт мәктәбенең урынлашыуы ла булышлыҡ иткән.
Автор фотоһы.