

Баш ҡалалағы Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың Спорт әҙерлеге үҙәгендә баскетбол, йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса һуңғы ярыштар булды.
Баскетбол буйынса финал ярыштары һөҙөмтәләре:
Ҡатын-ҡыҙҙар:
Рәсәй – Беларусь 85:58
Ир-егеттәр:
Иордания - Үзбәкстан 46:25
Рәсәй - Беларусь 117:86
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы йыйылма командар араһындағы ярыштарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы – беренсе, Белоруссия командаһы икенсе урын яуланы. Рәсәй төбәктәренең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ә бына ир-геттәр араһында бронза миҙал Иордания командаһына эләкте.
Йөҙөү буйынса һуңғы старт һөҙөмтәләре түбәндәгесә:
Ҡатын-ҡыҙҙар:
100 метр, брасс
1. Оксана Петрушенко (Беларусь) 1:14.58
2. Ксения Тихонова (Рәсәй) 1:15.03
3. Елизавета Барбатина (Рәсәй) 1:17.39
50 метр, баттерфляй
1. Элеонора Брыканова (Рәсәй) 29.75
2. Александра Агейчик (Беларусь) 29.89
3. Дарья Танян (Рәсәй) 30.66
1500 метр, ирекле стиль
1. Полина Билалова (Рәсәй) 18:17.59
2. Виктория Терентьева (Рәсәй) 18:57.40
3. Анна Лашкевич (Беларусь) 21:30.50
Эстафета 4х200 метр, ирекле стиль
1. Рәсәй (Танян/Түләкова/Билалова/Терентьева)
2. Рәсәй (Денисова/Алексеева/Земскова/Шәйәхмәтова)
3. Беларусь (Агейчик/Филипчик/Рудько/Янушкевич)
Ир-егеттәр:
100 метр, арҡала
1. Марк Трошин (Рәсәй) 57.60
2. Роман Лавров (Рәсәй) 59.93
3. Денис Кучун (Беларусь) 1:06.99
200 мер, комплекс
1. Виталий Оботин (Рәсәй) 2:09.76
2. Степан Скосырский (Рәсәй) 2:09.89
3. Максим Аскерка (Беларусь) 2:26.93
1500 метр, ирекле стиль
1. Филипп Торишний (Рәсәй) 16:48.82
2. Артур Вебер (Рәсәй) 17:01.94
3. Денис Кучун (Беларусь) 19:20.62
Эстафета 4х100 метр, ирекле стиль
1. Рәсәй (Калугин/Трошин/Живаев/Моратов) 3:29.87
2. Рәсәй (Оботин/Журавлев/Торишний/Мартыненко) 3:41.30
3. Беларусь (Борисевич/Кучун/Аскерка/Цырон) 3:44.28
“Ҡашҡаҙан” паркында пляж волейболы буйынса ярыштар дауам итә. Һайлап алыу матчтары үткәрелде. Ә бына “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә боулинг буйынса турнир булды.
“Өфө муйынсаһы” биләмәһендә спорт ориентирлауы буйынса ярыштар ойошторолдо. Ҡушма эстафета буйынса яршытар үткәрелде. Ә уның дөйөм оҙонлоғо 12 километр самаһы тәшкил итте. Старт барышында спортсыларға 52 контроль пункты билдәләнде.
Быларҙың барыһын да составында Мария Новикова, Виктор Дингес, Никита Сиронов һәм Антонина Найдионова булған Рәсәй командаһы уңышлы атҡарҙы. Рәсәй төбәктәренең йыйылма командаһы (София Бурмистрова, Алексей Андреев, Иван Садовников, Ярослава Черная) икенсе урынға сыҡты. Ә Беларусь командаһы (Никита Асоян, Павел Бибич, Ольга Мазуро, Вольха Роговцева) өсөнсө урын яуланы.
5-се Республика мәктәп-интернатында (һүрәттә) ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егетәтр араһында өҫтәл теннисы буйынса финал ярыштары үткәрелде.
Һөҙөмтәләр:
Астафьев Е. - Пищук Д. - 3:0 (11:6, 11:7, 11:5)
Кондратова А. - Чикунова Т. - 1:3 (12:14, 5:11, 11:9, 6:11)
Яңғыҙ уйын разряды буйынса:
Ир-егеттәр:
1. Астафьев Егор
2. Пищук Дмитрий
3. Cheraghi F.
4. Чулков Виталий
Ҡатын-ҡыҙҙар:
1. Чикунова Татьяна
2. Кондратова Анна
3. Анишева Ксения
4. Лопина Алёна
Ә бына бадминтон һәм футбол буйынса матчтар дауам итә.
Шоссе велосипеды буйынса миҙалдар уйнатылды. Призлы урындарҙы яулаусылар төркөмдәрҙәге ярыштарҙа асыҡланды. Ир-егеттәр – 100, ҡатын-ҡыҙҙар 70 километр арауыҡҡа ярышты. Ир-егеттәр араһында Рәсәй йыйылма командаһы вәкиле Дмитрий Розанов, ике сәғәт 36 минут 34 секунд күрһәтеп, беренсе урын яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Иван Макаров менән Алексей Кудрин бүлеште.
Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы Елизавета Бавыкина ҡатын-ҡыҙҙар араһында финишҡа беренсе булып килде (1 сәғәт 54 минут 39 секунд). Шулай уҡ илебеҙ командаһынан Дарья Розанова – икенсе, Алиса Бондарева өсөнсө урында ине.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.