Спорт һәм туризм
31 Июль 2023, 15:00

Авариянан һуң...

- Табиптар "атламаясаҡһың" тигәйне.

Авариянан һуң...Авариянан һуң...
Авариянан һуң...

Рәсәй Сурдлимпия йыйылма командаһы спортсыһы Дарья Науменко-Кравченко тхэквондо менән шөғөлләнә. Тотош тормошо уның – еңеп сығыу. Иң тәү сиратта – үҙеңде. Уға әле - 33 йәш. Ә сәләмәт менән бәйле күпме һынауҙар үткән. Бөгөн иһә спорт хис-тойғо бүләк итә.

- 2016 йылдағы етди авариянан һуң яңынан атларға, торорға, ашарға өйрәнелде, - ти Дарья. – Спорт миңә аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итте. Ул – минең тормошом. Ныҡышмал холҡом булмаһа, инвалид булып ятыр инем. Табиптар “атламаясаҡһың” тигәйне.

Ҡыҙ үҙең ҡулға алып, өс айҙан күнекмәләр эшләй башлаған.

Фото: республиканың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас