Спорт һәм туризм
31 Июль 2023, 15:15

Өфөлә шәп!

Виктор Дингес тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Өфөлә шәп!Өфөлә шәп!
Өфөлә шәп!

Башҡортостандың баш ҡалаһында йәйге Сурдлимпия уйындары дауам итә. Үҙ тәьҫораттары менән “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындары еңеүсеһе Виктор Дингес уртаҡлашты.

“Был – оҙаҡ көтөп алған сара. Өфөлә көтөлгәндән яҡшыраҡ булып сыҡты. Бында шәп! Халыҡ-ара кимәлдә булғандан хатта яҡшыраҡ. Барлыҡ ойоштороусылар, реклама, мәғлүмәт, транспорт, судьялар бригадаһы – ойоштороу кимәле юғары. Бик ныҡ оҡшаны. Спорт ориентирлауы буйынса ярыштар төрлө майҙансыҡтарҙа үткәрелә. Был – инфраструктура һәм ҡала менән танышыр өсөн ҙур мөмкинлек. Беҙгә ныҡ оҡшай”, - тине Виктор.

Фото республиканың Спорт министрлығынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас