+21 °С
Болотло


Спорт ориентирлауы буйынса спортсы Мария Новикова Башҡортостанда беренсе тапҡыр ғына түгел. Быйыл майҙа Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу өсөн килгәйне.
“Беҙгә иң ҡыйыны – белмәү. Был спорт форумын үткәрерҙәрме-юҡмы икәнен. Быға тиклем юғары кимләдәге уйындарға йөрөй инек. Ярыштар алдынан бер аҙна ваҡыт бар ине. Бында килгәс, ритмға инеүе ауырыраҡ булды”, - тине Мария.
Спортсы Өфөләге йәйге Сурдлимпия уйындарында спорт ориентирлауы ярыштарында чемпион булды.
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.