Спорт һәм туризм
31 Июль 2023, 16:00

Игеҙәге ишетмәгәс, малай ым-ишара телен өйрәнгән

Йәйге Сурдлимпия уйындарында ошоға оҡшаш күп яҙмыштар билдәле булды. Бөгөн иһә...

Игеҙәге ишетмәгәс, малай ым-ишара телен өйрәнгәнИгеҙәге ишетмәгәс, малай ым-ишара телен өйрәнгән
Игеҙәге ишетмәгәс, малай ым-ишара телен өйрәнгән

Баш ҡалабыҙҙа “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының үткәрелеүе Өфөнө донъя спорты үҙәгенә әүерелдерҙе. Бөгөн баш ҡалалағы Рима Баталова исемендәге Башҡортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә мәртәбәле сараны ябыу тантанаһы булды. Унда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

- Һуңғы 10 көн спорт һәм дуҫлыҡ көнөнә әйләнде. Башҡортостанда, Өфөлә йәшәүселәр исемен спортсыларға, барлыҡ делегацияларға рәхмәт. Бөгөн беҙҙә булыу өсөн һеҙгә меңәрләгән километр араны үтеп, осоп килергә тура килде. Тағы спортсылар өсөн борсолғандарға, тренерҙарға ла рәхмәт. Һеҙҙең барығыҙҙы ла яратабыҙ, барығыҙҙы ла хөрмәт итәбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов был көндәрҙең тиҙ үтеүе, ҡатнашыусыларҙың донъяның 30 иленән килеүе һәм был сараның халыҡ-ара спорт саралары календарында айырым урын алғанлығы хаҡында әйтте.

“Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарын ябыу тантанаһында төрлө номинацияларҙа еңгәндәрҙе лә билдәләнеләр. “Спорт дәүере” номинацияһында – Клавдия Павлунина, “Сикһеҙ спорт” номинацияһында – Кения спортсылары, “Рух” номинацияһында Геворг Адамян (Белоруссия, грек-рим көрәше), “Спорт берҙәмлеге” номинацияһында – Глеб Рыбалкин. Әйткәндәй, һигеҙ йәшлек Глебтың игеҙәге Милана ишетмәй, шуға малай ым-ишара телен өйрәнгән.

100-ҙән 5000 метрға тиклем йүгереү буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова спортсыларҙы, ниндәй генә ҡаршылыҡтар осрамаһын, бирешмәҫкә өндәне. Әйткәндәй, тап уның исемен йөрөткән Башҡортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә был сара ваҡытында дүрт донъя рекорды ҡуйылды! Ул һәм Чечня Республикаһынан сенатор Ахмадов Мохмад Исаевич иғлан иткән номинациялар араһында “Еңеүгә көс” тигәне лә бар ине. Уға яҡташыбыҙ Азамат Токмков лайыҡ булды. Тап ул һуңғы секундтарҙа, барлыҡ көсөн йыйып, призлы урын алырға ынтылды. Ә бына “Медиа алға китеш” номинацияһы Лариса Вахидоваға бирелде. Тап уның тапшырыыуы ярҙамында тотош донъя Глеб һәм Мила Рыбалкиндар менән танышты.

Сарала тағы Рәсәй Һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Михаил Ребров сығыш яһаны. Ул “Спорттың киләсәге” (12 йәшлек Робия Мираскарова) һәм башҡа номинацияларҙа еңеп сығыусыларҙы билдәләне.  Әйткәндәй, 12 йәшлек Робия ткэквондо менән ун йәшендә шөғөлләнә башлаған. Ташкентта йәшәй. Шәхси ярыштарҙа ҡыҙ бронза миҙал яуланы.

Бөгөн “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының ябылыу тантанаһына килгән һәр кем матур, сағыу мәҙәни тамаша ҡараны.

Шулай итеп, һуңғы көндәрҙә Рәсәй идеалдары ғәҙеллек, тигеҙлек һәм намыҫлы көрәш булған спорт өсөн сығыш яһай икәнлеген иҫбатланы. Тағы спорт – ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән система йүнәлештәренең береһе.

“Беҙ бергә. Спорт” ярыштары масштаблы спорт хәрәкәтенә әүерелде. Уға Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән меңләгән кеше ҡушылды. Өфөләге йәйге Сурдлимпия уйындары ошо сағыу хәрәкәттең бер өлөшө ине.

Рәсәй командаһына килгәндә, ул ҡатнашыусылар һаны буйынса лидер булды. Шулай итеп, был көндәрҙә Өфөбөҙгә тотош донъяның иғтибары йүнәлтелде. Республикабыҙҙағы спорт инфраструктураһы иһә һәр кем файҙалана алырлыҡ.

Тағы был ярыштар илдә сәләмәт һәм әүҙем тормошто популярлаштырыу өсөн ойошторола. Быға “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты булышлыҡ итә.

Был көндәрҙә Башҡортостан спорты биттәрендә үҙенсәлекле биттәр яҙылды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотлары.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас