Спорт һәм туризм
31 Июль 2023, 15:30

"Күнекмәләр ваҡытында уларҙы ишетмәйем"

Иң йәш спортсы – 12 йәшлек Робия бронза миҙал яуланы.

"Күнекмәләр ваҡытында уларҙы ишетмәйем""Күнекмәләр ваҡытында уларҙы ишетмәйем"
"Күнекмәләр ваҡытында уларҙы ишетмәйем"

“Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының иң йәш спортсыһы Робия Мираскарова хәбәрсебеҙгә беренсе тапҡыр интервью бирҙе.

“Миңә - 12 йәш. Ун йәшемдә ткэквондо менән шөғөлләнә башланым. Әсәйем ағайым йөрөгән спорт клубында тхэквондо секцияһына балаларҙы йыйыуҙары тураһындағы иғланды күреп ҡалып, мине яҙҙырҙы. Шунан алып шөғөлләнәм. Ташкентта йәшәйем. Күнекмәләр залыбыҙ ҙур, бөтә шарттар бар. Ишеткән спортсылар менән шөғөлләнәбеҙ. Әлбиттә, бер етешһеҙлек бар: күнекмәләр ваҡытында уларҙы ишетмәйем. Татамиға сыҡҡас, бер кимәлдәбеҙ”, - тине Рабия.

Шәхси ярыштарҙа ҡыҙ бронза миҙал яуланы.

Фото республиканың Спорт министрлығынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас