

2 августа Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары уҙғрыла.
Был көнгә бай йөкмәткеле программа ҡаралған:11:00 сәғәттә муниципаль берәмек командалары өсөн “Геройҙар уҙышы” башлана, 12.00-15.00 сәғәттәрҙә – интерактив күргәҙмә майҙансыҡтары, концерт программаһы, спорт ярыштары ойошторола, 15.00-16.30 сәғәттәрҙә спецназ һәм һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының сығыштары, парашюттар һикереү, авиашоу, «Контингент» төркөмөнөң концерты күрһәтелә.
Барлыҡ теләүселәрҙе лә байрамға саҡырабыҙ. Сара урыны: “Патриот” хәрби-патриотик паркы, Шишмә районының Алкино ауылы.
Сығанаҡ: Салауат ҡала хакимиәте сайты.