+21 °С
Болотло


Өфөлә үткәрелгән йәйге Судлимпия уйындарында Александр Шуваев менән Станислав Синельников 2:1 иҫәбе менән ышаныслы еңде.
“Һауа торошона бәйле еңел булманы. Һәм һәр аҙым менән еңеүгә яҡынлаштыҡ. Рәсәйҙең һаңғырауҙар араһында үткәрелгән чемпионатында еңелгәнебеҙ өсөн ныҡ тырыштыҡ.
Әммә беҙ яҡшы техника күрһәтеү өсөн бер-беребеҙгә терәк булдыҡ. Ул саҡта 0:2 иҫәбе менән Селютин/Емельянов парынан еңелгәйнеек”, - ти уйындар чемпиондары.
Фото: республиканың Спорт министрлығы.