Спорт һәм туризм
31 Июль 2023, 15:45

Үзбәкстандар үҙҙәре ғорурланған спортсыларҙы ебәргән

Баш тренер Даврон Хидиров спортсыларҙың сараға нисек һайлап алыныуы тураһында һөйләне.

Үзбәкстандар үҙҙәре ғорурланған спортсыларҙы ебәргәнҮзбәкстандар үҙҙәре ғорурланған спортсыларҙы ебәргән
Үзбәкстандар үҙҙәре ғорурланған спортсыларҙы ебәргән

Өфөләге “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡатнашҡан Үзбәкстандың тхэквондо буйынса йыйылма командаһында 13 спортсы. Баш тренер Даврон Хидиров уларҙың сараға нисек һайлап алыныуы тураһында һөйләне.

“Етди әҙерләндек. Ил исеменән сығыш яһаған спортсыларҙы һайлап алдыҡ. Дилбор Тонсибаева, Шахназа Хайитбаева, Мухаммад Усманов кеүек тхэквондо спортсылары менән тотош Үзбәкстан ғорурлана. Йәш спортсылар ҙа бар. Улар тәжрибә тупларға килде. Был уйындарҙы көтөп алдыҡ! Ткэквондо буйынса һөҙөмтәләрҙе түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ”, - тине тренер.

Фото республиканың Спорт министрлығынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас