Спорт һәм туризм
1 Август 2023, 06:13

Сәйәхәт итегеҙ, дуҫтар!

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Бынан теүәл ике йыл элек, 2021 йылдың йәйендә, беҙ Ҡырымға сәфәр ҡылғайныҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, был яҙмаларҙы күптән журналист дәфтәренә теркәп тә ҡуйғайным. Тик өҫтәйһе урындар, әйтеп бөтөлмәгән һүҙҙәр булғандай тойолғас, ул ташҡа баҫылмай ҡалғайны. Унан иһә донъялар ҡырҡа үҙгәреп китте. Тағы кисектерҙем.  Әммә тормош дауам итә, һәм әлеге ваҡытта ла Ҡырымға, Краснодар крайына – ҡыҫҡаһы, илебеҙҙең йылы яғына сәйәхәт ҡылырға ниәтләнеүселәр бихисап.

Шуға күрә юлъяҙмамды һеҙгә, гәзит уҡыусылар, һуңлап булһа ла тәҡдим итергә булдым, сөнки  йылы яҡтарға юл ғәмәлдә берәү, ундағы тәртиптәр һәм үҙенсәлектәр ҙә йылдан-йыл үҙгәрешһеҙ ҡала. Кемдәрҙер һорауҙарына яуап алыр, бәғзеләр сәйәхәт  идеяһы менән янып китер, тип өмөтләнәм.

 

Автомобилдә – тәүге тапҡыр

 

Ҡырымға сәйәхәтебеҙ диңгеҙгә беренсе тапҡыр ғына түгел ине: бығаса Краснодар өлкәһендәге ял йорттарына самолетта барырға насип булды, бер тапҡыр ғына поезд менән юлға сығырға йөрьәт иткәйнек.   Был юлы иһә, ҡыйыулығыбыҙҙы йыйып, шәхси автомобилдә барырға ҡарар иттек.

Шулай итеп, әгәр ҙә һеҙ Ҡара диңгеҙ ярына автомобиль менән беренсе тапҡыр сығырға ниәтләнһәгеҙ, ә юлды белмәһәгеҙ, иң тәүге кәңәш шул: эште “Яндекс-карталар”  ҡушымтаһын телефонға ҡуйыуҙан  башлағыҙ. Ул юлда навигатор ролен өҙлөкһөҙ үтәй, уңайлы маршруттарҙы күрһәтә, онлайн тәртибендә юлдағы тығындар, авариялар, ремонт барған участкалар, хатта ЮХХДИ камералары  хаҡында иҫкәртә. Шулай уҡ ҡушымтала маршруттағы  яғыулыҡ станциялары, ҡунаҡханалар, тамаҡ ялғап алыу урындары, магазиндар һәм башҡа кәрәкле урындар ҙа билдәләнгән. Тағы бер мөһим кәңәш: юлда интернет урыны-урыны менән булмауы ихтимал. Шуға ла навигатор даими эшләһен һәм маршрут буйынса проблема тыумаһын өсөн, алдан уҡ бараһы юлығыҙ үткән өлкә-республикаларҙың карталарын ошо  ҡушымтаға күсереп ҡуйығыҙ.

Беҙ юлға сығыр алдынан бихисап мәғлүмәт өйрәндек, кешеләрҙең юлдар тураһындағы фекер-кәңәштәрен уҡыныҡ, йөрөп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың әйткәндәренә лә ҡолаҡ һалдыҡ. Ҡыҫҡаһы, маршрутыбыҙҙың бер өлөшө ошолай килеп сыҡты: Өфө – Октябрьский – Һамар – Тольятти – Жигулевск – Сызрань – Һарытау – Камышин – Волгоград.

Юлға иртәнге сәғәт 5-тә ҡуҙғалдыҡ. Балалар менән булғас, байтаҡ эсәр һыу, ризыҡ, төрлө тәмлекәс, емештәр, эҫе сәй хәстәрләнек. Башҡортостанды сыҡҡансы М5 трассаһына зарланырлыҡ түгел: уның бәғзе урындары тар булһа ла, дөйөм алғанда,  ярайһы киңәйтелгән, заман талаптарына ярашлы эшләнгән.

Тәүге ҡаршылыҡ Октябрьскийҙағы “иң оҙон күпер”ҙе үтеп (сәғәт күсеүгә бәйле халыҡ, шаяртып, шулай тип йөрөтә), Татарстанға ингәс башланды: ярайһы ғына бейек күтәрелештә ремонт бара икән. Ике яҡҡа ла тығын ҙурайҙы, йөҙәрләгән машина йыйылып китте. Эйе, күпер аша ғына булһалар ҙа, күрше республика халҡы Мәскәү сәғәте буйынса йәшәй. Шуға ундағы сәғәткә ярашлы, иртәрәк таң ата, көн дә тиҙерәк тамамлана.

Һамарға юл тоттоҡ. Ярайһы уҡ көсөргә­нешле трасса, йөк машиналары бик күп. Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә  бихисап ташландыҡ яғыулыҡ станцияларын,  хәлдәре мөшкөл генә ауылдарҙы күреп, үҙебеҙҙең Башҡортостан өсөн шатланып ҡуйҙыҡ: беҙҙә халыҡ күпкә етеш һәм матур йәшәй, ауылдар төҙөк һәм был һис тә арттырыу түгел.

Трасса Һамарҙы ситтән урап үтә,  ә Тольятти һәм Жигулевск ҡалалары эргәһендә Волга йылғаһын күпер аша үтергә тура килә. Был беҙ көньяҡҡа табан Волганың уң яҡ ярынан барған юлды һайланыҡ, тигәнде аңлата. Һамар эргәһендә һулға боролоп, бөйөк һыу артерияһының икенсе яҡ ярынан да  барып  була, әммә унда юлдар күпкә ҡайтыш, тигән фекер  беҙҙе башта уҡ инандырҙы.

Тольятти янында бығаса яҡшы ғына барған трасса тарая, күпер эргәһендә – тығын. Юлдар ҡаҡшап бөткән, сөнки көнөнә меңдәрсә автомобиль хәрәкәтен күтәреү еңел түгел. Унан тыш, был тирәлә юл айырсалары ла ҡатмарлы – навигатор булмаһа, буталып китеүең дә ихтимал. Ошоға өҫтәп, һәр боролошта тиерлек ремонт бара, был да хәрәкәтте тотҡарлай.

 

Милләттәштәр йәшәгән төбәк

 

Һамарҙан 170 километр самаһы алыҫлыҡтағы Сызрань ҡалаһына килеп еткәс, уны ла урап үтергә ҡарар иттек. Навигатор ҡала эсенән үткән турараҡ юлды күрһәтһә лә, светофорҙар аша йөрөгәнсе тип, урау юлды һайланыҡ. Һәм бушҡа булды: бында бер нисә урында ремонт бара булып сыҡты, унан тыш, юл япмаһы тигеҙһеҙ һәм иҫке ине. Хатабыҙҙы ҡайтҡанда төҙәттек: ҡала аша турараҡ юлдан барҙыҡ һәм боронғо ҡаланың үҙенсәлекле архитектураһына, бихисап сиркәүҙәргә, Волганың күркәмлегенә һоҡланып үттек.

Артабан Һарытауға елдерҙек. Сызрань менән уның араһы – 310 километр самаһы. Һарытау өлкәһендә үҙенсәлекле урмандар, күркәм ҡалҡыулыҡтар башланды. Юл “Хвалынск” милли паркы аша үтә.

Шулай ҙа иң уйландырғаны ошо булды: Башҡортостандан әллә нисәмә йөҙ саҡрым алыҫлыҡта, Һамар, Һарытау яҡтарында милләттәштәребеҙ, Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары, көн итә. Улар өсөн тыуған төйәк иҫәпләнһә лә, төп нигеҙҙән алыҫта милли рухты, туған телде һаҡлау, ай-һай, еңелдән түгелдер уларға... Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары,  билдәле яҙыусылар Рәшит Ниғмәти, Бәшәр Хәсән,  Һәҙиә Дәүләтшина,  яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшин,  филология белгесе, яҙыусы Ғәббәс Дәүләтшин,  БАССР -ҙың мәғариф министры  Фатима Мостафина,  партия һәм дәүләт эшмәкәре Харис Йомағолов һәм башҡа билдәле шәхестәр тап ошо яҡтарҙа, Ырғыҙ, Кәмәлек буйҙарында тыуып үҫкән.

 

Хеҙмәтләндереү сифаты юғарыраҡ

 

Һарытау – Волга буйында ултырған бик ҙур ҡала. Унда 850 мең тирәһе кеше йәшәй, ә агломерацияһында –  1,2 миллион самаһы.  Әйткәндәй, бығаса ошонан поезд менән үтергә тура килгәйне: Волга аша һалынған күпер иҫ киткес оҙон да, мөһабәт тә, бер аҙ шомло ла. Әле иһә автомобиль трассаһының ҡаланы ситтән урап үткәнен һайланыҡ. Әйткәндәй, Һамар менән Һарытау араһы – тынғыһыҙ, йөк машиналары күпләп йөрөгән арауыҡ. Ремонт эштәре бара, бәғзе урындарҙа юлдарҙы киңәйтәләр.

Көн кискә ауыша башланы. Һарытауҙы үтеп, Волгоградҡа юлландыҡ. Тағы ла 377 километр самаһы юл үтәһе бар. Быны  көньяҡҡа, диңгеҙгә юлланған меңдәрсә юлсының оҙон юлда тәүге туҡталыш яһаған ере тип атарға мөмкин, сөнки Һарытау ҙа, Волгоград та географик йәһәттән уңайлы урындарҙа ята, илдең ҡайһы төбәгенән йылы яҡҡа йүнәлһәң дә, юлда туҡтап ял итеү өсөн ошонан да ҡулайыраҡ туҡталыш юҡ.

Һарытау менән Һамар араһында хәрәкәт ул тиклем көслө булманы. Әммә водителдең  дә, балаларҙың да арығанлығы тойола башланы: ни тиһәң дә, 1100 километр самаһы юл артта ҡалды. Унан һуң көньяҡта ҡараңғы  тиҙ төшә, һәм бар донъя кинәт һүнеп ҡалғандай тойола, ә таныш булмаған төнгө юлдан барыу үҙе үк хәүефле. Ҡыҫҡаһы, тәүге көндә киске сәғәт 7-ләр тирәһенә беҙ Камышин ҡалаһына килеп еттек. Бығаса төрлө сығанаҡтарҙа тап ошо ҡаланың трасса үткән өлөшөндә урынлашҡан “Прага”  мотеле хаҡында уҡығайныҡ. Уны күп юлсылар маҡтап телгә алған.

Уңайлыҡтары, иң мөһиме, душы булған бүлмә алдыҡ. Машинаны ҡунаҡхана биләмәһенә  бушлай ҡуйырға рөхсәт иттеләр (хаҡына инә, бәғзе урындарҙа бының өсөн айырым хаҡ алына). Тәүлек әйләнәһенә эшләгән кафе ла шатландырҙы: кисен дә, иртән ҡуҙғалғанда ла йылы һәм әле генә әҙерләнгән ризыҡтар бирҙеләр.

Тап Камышинда тәүге кис ҡунғанда яҡташтарыбыҙҙы осраттыҡ. Салауат ҡалаһынан Александр ҡатыны һәм ҡыҙы менән шулай уҡ Ҡырымға юлланған икән. Ул был юлды дүртенсе тапҡыр үтә һәм беҙгә һис шикләнмәйенсә Волгоградтан артабан Дондағы Ростов йүнәлешенә боролорға кәңәш итте. Өҫтөнлөктәре – юлдар тигеҙ, интернет селтәре һәр ерҙә тота, унан юл “М 4 –Дон” трассаһы менән тоташа, ә Дондағы Ростовты үткәс, түләүле юлдар башлана һәм был бик уңайлы, тине.  Волгоградтан Краснодарға боролған сүрәттә беҙгә күберәк буш далалар аша үтергә тура килер ине. “Бәғзе участкаларҙа юлдар бик насар һәм бәйләнеш юҡ”,  – тине Александр.

Шулай итеп, Камышинда кис ҡунып, таңғы сәғәт 5-тә артабан ҡуҙғалдыҡ. Волгоградҡа тиклем – 170 километр самаһы, Волга йылғаһы яры буйлап иртәнге буш юлды тиҙ үттек. Шуныһы: төп транспорт артерияһы булған Волгоградты урап үтә торған юл юҡ, трасса  ҡаланың бер өлөшөнән үтә (төҙөлөш һаман бара: уны йыл һайын асырға вәғәҙә итәләр, әммә кисектерә киләләр). Әлбиттә, ҡала ҙур, матур, уның һәр мөйөшөнән Мамаев ҡурғаны, мөһабәт Ватан-Әсә һәйкәле күренеп тора. Әммә, юлдағылар юлда булһындар тип, ҡаланы ҡарап сығырға тәүәккәлләмәнек.

 

Дала юлдары сикһеҙ...

 

Тап ошо урында беҙҙең юлдың икенсе өлөшө башланды.  Шулай итеп, маршрут былайыраҡ булды: Волгоград – Дондағы Ҡалас – Морозовск –  Аҡ Калитва – Дондағы Ростов (Аҡсай ҡалаһы аша ситенән урап үттек) – Кубандәге Славянск – Тамань – Керчь – Симферополь – Евпатория. Йәмғеһе – 1200 километр самаһы.

Ҡаланы сыҡҡас, Волгоград далалары башлана, бәләкәй генә уйһыулыҡтар, бер аҙ ағаслыҡтар һәм икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙар – ошо картина йөҙҙәрсә саҡрымға һуҙылған, иҫтә ҡалырлыҡ, күҙгә элерлек бер ниндәй ҙә үҙенсәлектәр юҡ. Ҡарбуз баҫыуҙарын һәм гигант ел генераторҙарын иҫәпкә алмағанда...

Волгоград менән Дондағы Ростов араһы – 390 километр самаһы, Е 40 трассаһы буйлап бараһың, Дондағы Ҡалас, Морозовск, Аҡ Калитва ҡалаларын үтәһең. Данлыҡлы Дон казактары йәшәгән, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бик күп һынау үткән шанлы төбәк ул. Мәҫәлән, Дондағы Ҡаласта Сталинград алышының тәүге өлөшө башланған, аҙаҡ иһә тап ошо төбәк дәһшәтле алыштың тамамланыу этабын да кисергән.

“М4 – Дон” трассаһына сыҡҡас, хәрәкәттең бермә-бер йәнләнгәне һиҙелә: ни тиһәң дә, илдең көньяғын Мәскәү менән тоташтырған юл бит ул. Йөк машиналарын бығаса күп күрҙек тиһәк, бында иһә уларҙың бөтөнләй иҫәбе-һаны юҡ: сәнәғәт тауарҙарын, йылы яҡтың ниғмәттәрен тейәгән һәм  башҡа бихисап ғәмәлдәр менән юл йөрөгән ҙур автомобилдәр геүләп тора. Тап ошо юлға сыҡҡас, селтәрле туҡланыу урындары ла бермә-бер арта. Әйткәндәй, ҙур ҡалаларҙа ҡәҙимге күренеш булған билдәле фаст-фуд компаниялары нөктәләрен бихисап урында осратырға мөмкин. Улар “Яндекс карталар” ҡушымтаһында ла билдәләнгән.

Дондағы Ростов – Рәсәйҙең көньяғындағы иң ҙур  мегаполистарҙың һәм эшлекле үҙәктәрҙең береһе,  унда 1,2  миллион самаһы кеше йәшәй, ә агломерацияһында был һан 2,2 миллионға етә.  Ҡала Дон  йылғаһының ике ярында ултырған, Аҙау диңгеҙе – 50 километрҙа.  

Әлбиттә, мегаполис  ҙур транспорт  узелының береһе булып тора һәм уны урап үтеү өсөн бихисап ваҡыт, түҙемлек кәрәк. Юл Дондағы Ростовтың юлдаштары – Аҡсай  һәм Батайск ҡалалары эргәһенән уҙа, навигатор “обход” тигән трассаны күрһәтеп тора.  Иң ҙур тығындарға ошонда тап булдыҡ. Ул ике яҡҡа ла ике тиҫтә самаһы километрға һуҙылғайны. Күп участкаларҙа  юл ремонтлайҙар, шуға ла навигаторҙан күҙ яҙлыҡтырмай барыу фарыз, сөнки тейешле боролошто үткәреп ебәреү бер ни түгел.

Ростов менән Краснодар араһында, М 4 трассаһының бер өлөшөндә,  түләүле юлдар эшләгәндәр. Ул Краснодар крайына сыға. Дөрөҫөн әйткәндә, киңлеге һәм сифаты менән ул юлдың ҡәҙимге өлөшөнән бер ни менән дә айырылмай тиерлек. Ике яҡтан да кәртәләп алыныуын, бында юғарыраҡ тиҙлек рөхсәт ителеүен иҫәпкә  алмағанда.

Түләүле трассанан үтеү әллә ни ҡиммәт түгел. Ингән урындағы пунктта карта менән дә, ҡулаҡса менән дә түләргә мөмкин.

 

Бәрәкәтле көньяҡ төбәк

 

Кущевск станицаһын үткәс (эйе-эйе, 12 кешенең ғүмерен өҙгән яуыз Цапоктарҙың  ауылы. Беренсе канал хатта был аяныслы хәл тураһында фильм да төшөрҙө), Ленинградская станицаһы яғына боролорға кәрәк. Юлдарҙа асфальт, тип-тигеҙ, ауылдарҙа светофорҙар, камералар ҡуйылған. Тирә-йүндә – күркәм баҫыуҙар, сикһеҙ ҡамышлыҡтар. Әйткәндәй, Краснодар дөгөһөн күптәрегеҙ һатып алалыр. Уларҙы ла ошонда, яһалма каналдар менән бүленгән, һыулы баҫыуҙарҙа үҫтерәләр.

Беҙгә Краснодар крайындағы ауылдар ҙа, юлдар ҙа бик оҡшаны. Юл буйында ба­ҙар­ҙар күп, унда емеш-еләктең, йәшелсәнең ниндәй генә төрө юҡ, сәтләүектәр, үләндәр туп-тулы. Бер нисә урында туҡтаныҡ – халыҡ ихлас, барлыҡ һорауҙарға ла матурлап яуап  бирә, йылмайып тора.

Иртәгәһенә беренсе көндәгенән бер аҙ кәмерәк –   яҡынса 900 километр юл үттек, ҡараңғы төшә башланы. Эш шунда: ҙур ҡалалар эргәһендәге тығындарҙа оҙаҡ торҙоҡ. Евпаторияға тиклем 450 километр самаһы ара бар – туҡтамайынса сара юҡ. Был юлы Кубандәге Славянск тигән ҡалала төн үткәрергә булдыҡ. Алдан ҡунаҡхана хәстәрләмәгәс, ҡалаға етәрәк интернетта  табылған отелдәргә шылтыратабыҙ. Урындар юҡ йә бик ҡиммәт (бер төнгә, дөрө­ҫөрәге, биш-алты сәғәт серем итеп алыу өсөн 3500- 7000 һум самаһы һорайҙар). Ул йылда коронавирус эпидемияһынан саҡ арына башлағайныҡ: һәр ҡайһыһы коронавирустан вакцина яһатылыу-яһатылмауҙы белеште, сөнки июлдә Краснодар  крайында был йәһәттән сикләүҙәр индерелә башлағайны.

Ниһайәт, юл өҫтөндәге шәхси ҡунаҡ­ханала урын табылды. Оло йәштәге ханым беҙҙе ихлас ҡаршы алды һәм иртә таңдан оҙатып ҡалды. Шулай итеп, Ҡырымға тиклем 200 километр, ә беҙ юлланған Евпаторияға 450 километр самаһы ара ҡалды.

Бығаса оҙон-оҙаҡ юл үткәс, был бик аҙ һәм тиҙ үтелер һымаҡ тойолдо. Әммә яңылышҡанбыҙ: Ҡырымға етәрәк бер урында поезд үткәүелендә бер нисә сәғәт көтөп торҙоҡ; ярымутрауға ингәс тә юлдарҙа тығындарға осраныҡ. Бигерәк тә Симферополь, Евпатория янында сәғәттәрҙе автомобилдә тик ултырып үткәрергә тура килде – бөтә ерҙә дәррәү юл ремонты бара ине.

Юлда иҫтә ҡалған тағы бер үҙенсәлек  – яғыулыҡ ҡойоу станцияларына ҡытлыҡ юҡ: ниндәйе генә осрамай. Әлбиттә, Башҡорт­останды сыҡҡансы үҙебеҙҙең “Башнефть” заправкаларына өҫтөнлөк бирҙек. Күрше республикала һәм Һамар өлкәһендә “Татнефть” станциялары бихисап. Ә диңгеҙгә яҡын “Лукойл” заправкалары йышая. Ә Ҡырымда яғыулыҡ станцияларына ҡытлыҡ, уларҙағы бензин сифаты ла күпкә аҡһай. Унан тыш, ярымутрауҙа  банкомат табыуы бик ҡыйын, ҡулаҡсаға өҫтөнлөк бирәләр. Шулай уҡ сымһыҙ телефон да бөтөнләй икенсе, күпкә ҡиммәт тарифтар менән хеҙмәтләндерелә.

 

Ҡырым – тылсымлы донъя

 

Ҡырымдың тәбиғәтен, гүзәллеген бер яҙмаға түгел, тотош китапҡа ла һыйҙырып булмаҫ. Шулай уҡ, унда бер тапҡыр барып, бөтә төбәктәрен ҡарап сығыу ҙа мөмкин түгел: диңгеҙ менән бер кимәлдә йәйрәп ятҡан ялан яҡтары ла, болоттарға олғашҡан таулы урындары ла бар. Күҙ күреме етмәҫлек бейеклектән гөрләп аҡҡан шарлауыҡтар, сихәтле тоҙло күлдәр, күккә олғашҡан мөһабәт ҡаялар, йырып сыҡҡыһыҙ ҡуйы урмандар  иле лә ул. Һәм, әлбиттә, диңгеҙ: ул да, төбәгенә ҡарап, төрлө төҫтә, йылылыҡта, яры ла йә ҡомло, йә ташлы.

Шулай ҙа, форсаттан файҙаланып, бер нисә маршрут хаҡында әйтеп үткем килә. Бигерәк тә был кәңәш балалар менән барған ғаиләләргә ҡағыла. Ҡыҫҡаһы, данлыҡлы Тайган паркын күрмәй ҡайтмағыҙ. Ул Белогорск (Аҡ-ҡала) тигән ҡала эргәһендә урынлашҡан. Бында ҡырым татарҙары  күпләп йәшәй, шуға ла урамдарҙың, кафе-ойошмаларҙың исеме беҙҙең  телгә бик оҡшаш, магазиндарҙағы һатыусылар ҙа башҡортса аңлап тора. 

Элекке хәрби база биләмәһендә урынлашҡан Тайган питомнигы – Европа­лағы иң ҙур сафари-парктарҙың береһе. Уның күпселек өлөшөн (20 гектар тирәһе) ике арыҫлан прайды биләй, уларҙың дөйөм һаны 60-тан ашыу. Паркта арыҫлан һәм юлбарыҫтарҙы ашатыуҙа ҡатнашыу мөм­кинлеге лә бар. Бында йыртҡыс хайуандар тимер кәртә менән уратып алынған ҙур биләмәлә иректә йәшәй, кешеләр өсөн парк буйынса бер нисә метр бейеклектә тимер конструкцияларҙан юлдар яһалған, оҙонлоғо әллә нисә километрға етә.

Шулай уҡ тиҫтәләрсә башҡа йәнлекте лә осратырға мөмкин, сөнки, арыҫландар йәшәгән биләмәнән тыш, паркта ҙур зоопарк урынлашҡан.

Питомникка йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә барырға мөмкин – ул ял көндәрһеҙ, байрамдарһыҙ эшләй.

Шулай уҡ зәп-зәңгәр диңгеҙ эргәһендә алһыу төҫө менән хайран ҡалдырған тоҙло күл Һаҫыҡ-Сивашты, унан йыраҡ түгел урында йәйрәп ятҡан Аҡҡоштар күлен дә күрергә кәңәш итәм.

Ап-аҡ ҡомло, үтә күренмәле зәп-зәңгәр һыулы, “Ҡырым Мальдивы” тип йөрөтөлгән урын да, “Кеше-амфибия” фильмы төшөрөлгән диңгеҙ ярындағы хәтәр күркәм ҡаялар ҙа, Тарханкут мороно ла иҫтә ҡалды, Евпатория ҡалаһы боронғо тарихи объекттары, милли мәҙәниәттәрҙең сағыу ҡушымтаһы менән хайран итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, данлыҡлы курорт-ҡалаға Советтар Союзы тарҡалғандан һуң иғтибар бөтөнләй булмаған, унда һаман да шул осорҙағы йорттар, объекттар бихисап. Әммә халыҡ был урынға йылдан-йыл эркелеп килә, сөнки һаулыҡ нығытыу мөмкинлектәре ифрат киң. Диңгеҙ  ҙә йылы, таҙа, йомшаҡ ҡомло.

...Сәйәхәт итергә ниәтләһәгеҙ – борсол­мағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр! Бөтә төбәк­тәрҙә лә ихлас, ярҙамсыл, ипле һәм итәғәтле кешеләрҙе осраттыҡ, бер һорауыбыҙ ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Яңы юлдар яңы мөмкин­лектәр бирә, ҡараштарыбыҙ даирәһен киңәйтә, яңы маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итә.


Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас