

Мәскәү өлкәһе спортсылары Марк Трошин, Дятлов Александр, Скосырский Степан һәм Моратов Фернандо ир-егеттәр эстафетаһында, 4 x 100 метр арауыҡты 47.85 секундта үтеп, донъя рекордын ҡуйҙы.
Еңел атлетиканың бейеклеккә һикереү буйынса ярыштарында Белоруссиянан Александр Майстренко “өсләтә һикереү” төрөндә Рәсәй спортсыһы Алексей Савостиндың 2009 йылда ҡуйылған рекордын үтте (15.51 метр).
Атыу буйынса яршытарҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған спортсыһы Валерия Кладовникова пневматик пистолеттан атыуҙа 562 мәрәй тупланы.
- “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары, Рәсәй спорт календарына ярашлы, һис шикһеҙ, быйылғы йылдың иң ҙур халыҡ-ара ярыштарының береһе булды, - тип һығымта яһаны Рәсәй спорт министры урынбаҫары Одес Байсултанов.
- “Барыһын да был спорты, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ байрамы өсөн рәхмәт белдерәм, - тине уйындарҙы ябыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Сит ил делегацияларын – ябай булмаған осорҙа килгәндәре, сәйәсәттән тыш спортты һайлағанда өсөн. Спортсыларҙы – ҡаһарманлыҡтар һәм спорт батырлығы өсөн. Беҙ һәр саҡ Башҡортостанда ошондай кимәлдәге ярыштарҙы үткәрергә әҙербеҙ. Алда күп осрашыуҙар һәм сағыу еңеүҙәр булыр, тип ышанам”.
“Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары Өфөләге 18 спорт майҙансығында үткәрелде. 21 спорт төрө буйынса миҙалдар өсөн көрәште. Уйындарҙа донъялағы 30 илдән, шул иҫәптән Франциянан, Төркиәнән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, АҠШ-тан, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан һәм башҡа илдәрҙән спортсылар ҡатнашты.
Сараны Рәсәй Спорт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Дөйөм Рәсәй Һаңғырауҙар спорты федерацияһы, “Рәсәй йыйылма командалары спорт әҙерлеге үҙәге” ойошмаһы үткәрҙе. Сараның операторы – “Росконгресс” — “РК-Спорт фонды” спорт платформаһы.
233 миҙал уйнатылды. Рәсәй йөҙөүселәре күберәк миҙал яуланы: Полина Билалова (9), Виктория Терентьева (7), Марк Трошин (7), Элеонора Брыканова (5) һәм Андрей Живаев (5). Кениянан еңел атлет Вамбуи Иан Кахинга 5 000 һәм 10 000 метр арауыҡҡа йүгереүҙә алтын миҙал яуланы.
”Рәсәйгә килгәнемә бик шатмын, - тине “Беҙ бергә. Спорт” уйындарында ике тапҡыр еңеү яулаусы. – Өфөлә бына тигән шәп ҡояшлы һауа торошо һәм күнекмәләр өсөн шәп шарттар. Төрлө ил кешеләре менән таныштым, ярышып ҡына түгел, ял итеп тә өлгөрҙөм. Тағы бер тапҡыр Рәсәйгә килергә теләр инем”.
Өфөлә үткәрелгән йәйге Сурдлимпия уйындарын үткәреү һәм яңы глобаль ярыштарҙа Африка спортсыларының ҡатнашыуы темалары Санкт-Петербургтағы “Рәсәй – Африка” спорт форумында күтәрелгәйне. Ә уйындарҙы үткәреү тураһындағы килешеү Рәсәй спорт министры Олег Матыцин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорты президенты Дмитрий Ребров тарафынан күптән түгел үткәрелгән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡул ҡуйылғайны.
Фото, сығанаҡ: roscongress.org/news/igry-surdlimpijtsev-my-vmeste-sport-chetyre-mirovyh-rekorda-i-30-stran/