Спорт һәм туризм
4 Август 2023, 07:50

Ҡул һуғышы сыҙамлылыҡ тәрбиәләй

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Рөстәм Халиҡов етәкселегендәге “Виктория” ҡул һуғышы мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ял итеүселәр һәм ҡунаҡтар алдында мауыҡтырғыс тамаша күрһәтте. Мәртәбәле сарала бик күп ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар, балалар алдында сығыш яһап, спорт менән дуҫ булырға саҡырҙы.

– Бөгөнгө сара Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә булышлыҡ итеүгә, районда әрме ҡул һуғышы бүлеген асыуға һәм Президент гранттары фондын яҡлауға арнала. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Башҡортостандағы Рәсәй әрме ҡул һуғышының спорт федерацияһы “Бер­ҙәм” граждандар башланғысы үҙәге булышлығында ошо проектты тормош­ҡа ашырыу өсөн республика Башлығы грантына лайыҡ булды, – тине ул. –  Бөтә республика буйлап үткән оҫталыҡ һәм батырлыҡ дәрестәре хаҡында һүҙ бара. Республиканың хәрби-патриот клубтары, ветеран ойошмалары, мәк­тәптәр менән эшләйбеҙ. Һуңғы тапҡыр Ҡабаҡ мәктәбендә оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Саҡырыу буйынса бөгөн бында килдек.

Ҡул һуғышының төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, спорт менән даими шөғөлләнеүҙә ихтыяж булдырыу, патриотизм тойғоһон формалаштырыу һәм әрме ҡул һуғы­шын популярлаштырыу.

5 августа Түбәнге Новгород ҡала­һында үтәсәк әрме ҡул һуғышы буйынса ярыштарҙа Ҡырмыҫҡалының Рөстәм Халиҡов етәкселегендәге “Виктория” ҡул көрәше мәктәбе тәрбиә­ләнеү­селәре лә ҡатнашасаҡ. Уларҙың әҙерлеге бик яҡшы, лайыҡлы сығыш яһарҙар, тип өмөт итәбеҙ, – тине Наил Мансур улы.

Сарала ҡатнашыусылар ҙа үҙ уйҙарын уртаҡлашты.

– Алты йәштән спорт менән шөғөл­ләнәм. 18 йәш тулғас, әрмегә саҡырыл­дым һәм Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Күнекмә ваҡытында ҡул һуғышы спорты менән таныштым. Артабан хеҙмәтемде Афғанстанда дауам иттем. Әрменән һуң Эске эштәр ми­нистр­лығының Юғары мәктәбендә ҡул һуғышы спорты менән шөғөл­лән­дем. Спорт менән дуҫ булығыҙ, – тине хәрби хәрәкәттәр ветераны Эдуард Сәйетов.

Сараның рәсми өлөшөнән һуң ҡул һуғышы буйынса ете тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм көс структуралары призеры, Әрме ҡул һуғышы федерацияһы президенты, “Рәсәй әрме ҡул һуғы­шының спорт федерацияһы”ның төбәк бүлексәһе етәксеһе Наил Ғәлимов оҫталыҡ дәресе алып барҙы. Ул әрме ҡул һуғышы алымдарын күрһәтте, һөжүм ваҡытында үҙеңде нисек һаҡларға мөмкин булыуы тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ төрлө һөжүм ҡоралдары менән танышты. Оҫталыҡ дәресендә балалар төрлө һорауҙарға яуап алды, ҡайһы берәүҙәр хатта көрәш алымдарын һынап ҡарарға теләк белдерҙе.

– Оҫталыҡ дәресе бик юғары кимәл­дә үтә. Барыһын да ентекле аңлаталар, бөтәһе лә мауыҡтырғыс, бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Үҙемдең көсөмдө һынап ҡарарға булдым һәм келәмгә сыҡтым. Ҡул һуғышының яңы элементтарын белдем. Төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнәм – баскетбол, волейбол, лапта, өҫтәл теннисы. Ҡул көрәше – мауыҡтырғыс спорт, киләсәктә лә ошо төр менән, бәлки, шөғөлләнермен,  – тине “Виктория” һауыҡтырыу лагеры­ның 3-сө отряд вожатыйы Андрей Макаров.

Бындай оҫталыҡ дәрестәре малай­ҙарға һәм ҡыҙҙарға ауырлыҡтар алдында үҙҙәрен тоторға, тәртипле булыр­ға, ир-егет сифаттарын үҙләш­терер­гә, хәрби училищеға инергә ярҙам итә. Даими күнегеүҙәр сыҙамлылыҡты, иммунитетты нығыта, тормошта үҙ-үҙеңә ыша­ныс тойғоһон үҫтерергә мөмкинлек бирә.

- Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА

Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас