

10 августа “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Мәскәүҙең “Динамо” командаһы менән уйнаны.
Матч алдынан хоккейсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов сәләмләне. Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен еткерҙе һәм лайыҡлы, ҡыҙыҡлы уйындар теләне.
Уйындың беренсе осоро ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды – 0:1. Голды “Диномо”нан Никита Гусев индерҙе. Ул тағы икенсе осорҙа ла юлаевсылар ҡапҡаһына шайба индерҙе – 0:2. Һуңғараҡ, яуап итеп, Александр Хмелевский "Динамо" ҡапҡаһына бер гол сәпәне. Тик был ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы – Игорь Ожиганов юлаевсылар ҡапҡаһына сираттағы шайбаны индерҙе - 1:3. Өсөнсө осорҙа Уил Джордан иҫәпте “Динамо” файҙаһына 1:4 итте. Һуңғараҡ һөжүм итеүсе Егор Сучков юлаевсылар иҫәбенә тағы бер мәрәй яҙҙы – 2:4. Тик ул уйын аҙағына тиклем үҙгәрмәне.
Бөгөн “Салауат Юлаев” Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән осраша.
Фото: “Башинформ”.