

Башҡортостан Республикаһының FONBET Кубогына икенсе матч башында көйәрмәндәр Өфө хоккейы ветерандарын сәләмләне. Уйындың 8-се минутында иҫәпте юлаевсылар асты. Александр Василевский шайбаны “Металлург” командаһы ҡапҡаһына сәпәне - 1:0. Икенсе матчта ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләне, Никита Михайлис юлаевсылар ҡапҡаһына шайба индерҙе - 1:1. Уйындың 38-се минутында “Металлург” алға ынтылды һәм Роман Канцеров иҫәпте үҙ командаһы файҙаһына 1:2 итте. Тик был хәл оҙаҡҡа һуҙылманы: юлаевсы Владислав Ефремов иҫәпте тигеҙләне - 2:2. Тағы икенсе осор тамамланыуға бер минут тирәһе ҡалғанда Вячеслав Лещенко иҫәпте 3:2 итте.
Өсөнсө уйын миҙгелендә юлаевсылар Матчей Бабенко менән Михаил Науменков, “Металлург” командаһына тағы ике шайба индереп, 5:2 иҫәбе менән юлаевсыларға еңеү килтерҙе.
Һуңғы матч 13 августа була: “Салауат Юлаев” Екатеринбургтың “Автомобилист” командаһы менән осраша.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.