Спорт һәм туризм
18 Август 2023, 17:30

Ай ярымдан 22 йәш тулған булыр ине...

Хоккейсыны 21 августа ерләйәсәктәр. 

Ай ярымдан 22 йәш тулған булыр ине...Ай ярымдан 22 йәш тулған булыр ине...
Ай ярымдан 22 йәш тулған булыр ине...

Хоккейсы Родион Әмиров менән хушлашыу дүшәмбе, 21 августа, була. “Салауат Юлаев” командаһы тәрбиәләнеүсеһе менән хушлашыу сараһы “Өфө-Арена” боҙонда була. Баш ҡаланың Цюрупа урамы яғынан инергә кәрәк.

Сара Өфө ваҡыты менән 8 сәғәттә башлана һәм 11 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.
Родион Әмировты Ишембай районының Богдановка ауылында ерләйәсәктәр. Ул 14 августа яҡты донъя менән хушлашты. Уға ни бары 21 йәш ине. Яҡташыбыҙҙың ауыр тупрағы еңел булһын. Яҡындарының сикһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас